Ижтимағи тормош
22 Февраль 2022, 08:17

"Айыҡ бул, Яҡшымбәт"

Көйөргәҙе районында февраль патриотик айлыҡ тип иғлан ителгән  Хәрбиҙәр менән осрашыуҙар, акциялар ойошторола, Ватанды һаҡлаусыларға арналған саралар үткәрелә. 

"Айыҡ бул, Яҡшымбәт""Айыҡ бул, Яҡшымбәт"
"Айыҡ бул, Яҡшымбәт"

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов: 

- Районда хәрби темаларға күп саралар үтә, яңыраҡ Яҡшымбәт ауылында афған һуғышына бәйле бик матур орсашыу үткәрҙек. Әле Көйөргәҙе раойнында барылғы 56 ветеран йәшәй, уларҙың һәр береһенә бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырҙыҡ. Яҡшымбәткә килгәндә, ул ныҡ әүҙем ауыл. Әле бына "Айыҡ бул, Яҡшымбәт" тигән ойошма ойоштороп ебәрҙек. Маҡсат бер: Айыҡ ауыл конкурсында еңеү. Был эштә, әлбиттә, яуҙа сыныҡҡан ветерандарһыҙ булмай. Улар үҙ өлгөһөндә әүҙем тормош алып барырға, айыҡ йәшәргә өндәй. 

Данил Зиннәт улының радиоға биргән телмәренән. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас