

Бында республиканың иң шәп ҡатн-ҡыҙҙары йыйыла. Милләт әсәһе тигән изге һүҙ менән аталған сарала, әлбиттә, ҡул эштәре лә күрһәтеләсәк. Форумды ойошторусылар оҙаҡ баш ватҡан: ҡайҙан табырға иң шәп оҫтабикәләрҙе? Килешкәндәр: Күмертауға еткәндәр барыбер булмаҫ, Фәрзәнә Әбсәләмова менән уның ҡыҙы Әлфиә Дәүләтшинаны саҡырайыҡ. Шулай иктәндәр ҙә. Һәм бына улар Торатау конгресс-холында баҫып та тора. Сара әле генә башланды, холлға килеп ингәс тә һәр береһе беҙҙең ҡыҙҙарҙы тап итте һәм уларҙың ҡул эштәрен күреп Аһ итте.