Ижтимағи тормош
3 Март 2022, 10:28

ШӘП

Бер килһә, ҡосаҡ тултырып килә лә ҡуя икән.  

ШӘПШӘП
ШӘП

Ҡыуаныс артынан редакцияны, йәтим итеп, ҡола ялан һымаҡ ҡалдырып сығып китергә тура килде. Ҡыуаныс былайыраҡ: Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы былтырғы йылға йомғаҡ яһай, ә былтыр йыл ниндәй булды - дөрөҫ: Башҡорт тарихы йылы булды. Һәм, әйтергә кәрәк, бик шәп йыл булды. 

Ҡоролтай рәйесе Әлфиә Шәмиғолова һәммәһен шуға йыйған - рәхмәт әйтергә. Рәхмәттәр өләшкәндәр рәтенә беҙ ҙә эләккәнбеҙ.
Редакциябыҙ ғәләмәт шәп эшләгән, Г. Хөсәйенованың малайы ҡала тарихында эҙ ҡалдырған (егеттең шатлығын уртаҡлашырға тип, ауылдан хатта олатаһы килеп еткән), А. Халиҡова ғаиләһе ҡалалағы иң уңған ғаилә булып танылған. Шәп. 
Шәптәр, әлбиттә, беҙ генә түгел, байтаҡ халыҡ Тарих йылына үҙ өлөшөн кереткән. Былар барыһы ла гәзиттә яҙылыр.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас