Все новости
Ижтимағи тормош
16 Марта 2022, 12:52

Ҙур байрам булды

- Мин бала саҡтан яҙышырға яратам. Мәктәп йылдарында, студент саҡтарҙа "Юшатыр"ҙа ла йыш баҫыла инем.  

Ҙур байрам булды
Ҙур байрам булды

Әле декрет ялында, ваҡыт табып, инстаграмда төрлө блогерҙар үткәргән текст яҙыу марафондарында ҡатнашам. Шулай итеп "О, ҡатын-ҡыҙ" тигән проект авторҙары текст һәм фото конкурсы иғлан иткәс, мин дә ҡатнашырға булдым. Конкурсҡа өләсәйемдең яҙмышы тураһында яҙып ебәрҙем. Был эшем өсөн жюри ағзалары 3-сө урын бирҙе. Фотоконкурсҡа үҙем төшөргән Гөлсимә инәй Түләкованың фотоһын ебәрҙем, ул да һайлап алыу турын үтеп Конгресс-холда үткән күргәҙмәгә эләкте.
9 март еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте, мин, ике бәләкәй баламды ҡалдырып, бүләгемде үҙем барып ала алманым. Минең урынға Гөлсимә инәйемдең ҡыҙы Зөлхизә апайым барҙы. Диплом, сәскә һәм бағыусылар биргән бүләктәрҙе ул алып ҡайтып тапшырҙы. Әлбиттә, еңеүселәр рәтендә булыуыма мин бик ҡыуандым, декретта өйҙә ултырған ваҡытта, минең өсөн был ҙур байрам булды.
Әле иптәшем менән Өфөлә йәшәйбеҙ, 3 йәшлек ҡыҙ һәм 8 айлыҡ малайыбыҙ бар. Тыуған яҡтарым һағындыра, йышыраҡ ҡайтырға тырышһаҡ та, бәләкәй балалар менән юлға сығыуы уңайһыҙ ҙа, ҡурҡыныс та, шулай булһа ла Яҡшымбәттә йәшәгән әнәйем менән әтейем янына 3-4 айға бер ҡайтып торабыҙ.

Флүзә Вәлитова (Түләкова). 

Конкурс тураһында тулыраҡ гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: