Все новости
Ижтимағи тормош
18 Мая 2022, 15:56

Матур апайҙар

Үрге Бабаға мәсет асыу тантанаһына халыҡ ныҡлы әҙерләнеүен яҙып үттек.  

Матур апайҙар
Матур апайҙар

Тирмә ҡорғандар, уның алдында матур-матур апайҙар теҙелешеп торғандар ҙа ихласлап ҡунаҡтарҙы ҡаршылайҙар. Яҡыныраҡ барып ҡараһаҡ, Көйөргәҙе ауылы Ағинәйҙәре икән дә.
- Беҙ үҙебеҙ Көйөргәҙе Ағинәйҙәре булһаҡ та, ике ауыл араһында йүгереп йөрөйбөҙ. Тамырҙарыбыҙ ошо Үрге Бабанан бит, шуға бөгөн дә был изге байрамдан ситтә ҡала алманыҡ. Беҙ башҡа ваҡытта ла бер саранан да ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ, Яҡшымбәткә лә барып ҡатнашабыҙ, район сараларында ла. Бына клуб мөдиребеҙ Рәзилә лә йүгереп йөрөй, ул беҙҙе йыйып, берләштереп тора. Клубҡа йыйылып кис ултырабыҙ, байрамдарға әҙерләнәбеҙ. Гел ошо 6 кеше бергә, әүҙем булып, үҙебеҙҙең күңелде үҙебеҙ асып йәшәйбеҙ әле - тип кемуҙарҙан үҙҙәре менән таныштырып үтте матур апайҙар.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: