Все новости
Ижтимағи тормош
20 Мая 2022, 09:08

"Ышанам"

 Күп йылдар был ойошманы Василий Иванович Копылов етәкләп килде.  

"Ышанам"
"Ышанам"

Үткән аҙнала был эште район музейы директоры Анна Михайловна Глущенкоға йөкмәттеләр. Беҙ уны ошо вазифаһы менән ҡотлап, алдағы эш пландарын белештек.
- Әле миңә йөкмәтелгән эш менән танышам, ойошманы алып барыу ауырҙан булмаҫ тип уйлайым, сөнки төп эшемдә мин тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһын да етәкләйем. Музей эшендә лә, тыуған яҡты өйрәнеү, рустар Соборы ойошмаларының нигеҙҙәре һәр халыҡтың тарихын, йолаларын һаҡлап ҡалыуға тоташа.
Мин үҙем оптимист кеше, шуға киләсәккә лә ҡарашым тик позитив. Халыҡ һаны кәмей, тыуым аҙ, йәштәр ситкә китә тиһәләр ҙә киләсәктә барыһы ла яҡшы булырына мин ышанам,- ти Анна Глущенко.
Беҙ Анна Михайловнаға барлыҡ эштәрендә лә тик уңыштар ғына теләйбеҙ.

Материал тулы килеш гәзиттә бөгөн баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: