Все новости
Ижтимағи тормош
29 Мая 2022, 10:35

Яҡутта - китап төнө

27 май иң ҙур масштаблы акцияларҙың береһе "Китапхана төнө"- 2022 бөтә Рәсәй буйлап үтте.

Яҡутта - китап төнө
Яҡутта - китап төнө

Был йылда киң ҡолас алған акция быйыл ун беренсе тапҡыр һәр бер район, ауыл китапханаларында бик әүҙем үтте, беҙҙең Яҡут китапханаһыла был акциянан ситтә ҡалманы.
Китапханала ойошторолған күргәҙмәләрҙең, мәҙәни сараларҙың төп темаһы: "Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналғайны".
Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы, тел байлығы, матурлыҡ, телгә һөйөү тәрбиәләүсе, башҡорт халҡының ижадын һаҡлауға арналған был байрам, беҙ өләсәйҙәрҙе һәм балаларҙы ошо байрам кисәһенә йыйҙы.
Китапханасыбыҙ Таңһылыу Исламғолова башҡорт халҡының ижадын бик матур тасури итеп һөйләп, ниндәй бай аҫыл таш икәнен беҙҙең күңелдәребеҙгә еткерҙе.
Борондан килгән йырҙар, ниндәй тәрән мәғәнәле, көййҙәре ниндәй матур, был йырҙары тыңлап ултырыу үҙе ҙур ҡыуаныс.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын балалар күңеленә бөгөн әҙ генә булһа ла еткерә алғанбыҙҙыр тип уйлайым, хатта өҙҙөрә баҫып бейеп тә күрһәттек беҙ оло быуын кешеләре булараҡ.
Беҙҙең балалар ошо башҡорт халыҡ ижадын ишетеп, күреп үҫһәләр, күпкә талантлы, бай күңелле булып үҫерҙәр ине, сөнки башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ифрат күп яҡлы;
Эпостар, легендалар, риүәйәттәр, таҡмаҡлар, мәҡәлдәр, әйтемдәр ошо ижад башҡорт телен байыта ла инде.
Бик матур фәһемле сара булды, тап "Китапханасылар" көнөнә тура килеүе лә беҙгә китапханасыбыҙҙы тәбрикләргә мөмкинселек бирҙе: Иҫән- һау эшләргә насип булһын Таңһылыу Шәйәхмәт ҡыҙына! Киләсәктә китапхана эшләре һәр ваҡыт, бөгөнгәсә гөрләп торһон!!!
Иң изге теләкләр менән, Гәүһәр Аҙнабаева 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: