Все новости
Ижтимағи тормош
31 Мая 2022, 14:56

Кәнфит кеүек

- Бынау Маринаң кәнфит кеүек. 

Кәнфит кеүек
Кәнфит кеүек

Ҡай саҡ башҡа нимә килә, шул ысҡына, "Көйөргәҙе" гәзитенә Марина Петрова эшкә килгәс, мөхәрриренә шулай тип әйтелгәйне.
Хәтерҙә ҡалмаған, кәнфит тигәнгә ниндәй мәғәнә һалынғандыр, матур тип уйланғандыр, моғайын. Кәнфитте тышына ҡарап ҡына баһаламайҙар, Маринаны ла нығыраҡ белгән һайын инандыҡ - эстән дә шәп икән.
Ул ниндәй сара булмаһын, һәр саҡ күргәҙмә алып сыға. Үҙенең буш ваҡытында эшләгән ҡул эштәрен. Хәбәрсе эше, бигерәк тә әлеге заманда, бик еңелдән түгел, ялы юҡ, гәзит сыҡмаһа ни, интернетта эшләргә ҡушалар, ә интернеттарын, башлыса, Марина алып бара ла. Етмәһә, ҡатын-ҡыҙ. Ирҙең эше тиҙ бөтә, бөтмәһә лә бөтөрә лә ҡуя, ә ҡатындарҙың....

Бөгөн йәнә һоҡландың уның күргәҙмәһенә. Теге саҡ әйткәнде хәтерләп, үҙең кәнфит кеүекһең, тормошоң да кәнфит һымаҡ матур ҙа, татлы ла булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: