Все новости
Ижтимағи тормош
8 Июля 2022, 10:12

Балыҡ, ҡап-ҡап

Балыҡ тоторға тиһәң, беҙгә генә әйт, һикереп тороп сығып китәбеҙ.

Балыҡ, ҡап-ҡап
Балыҡ, ҡап-ҡап
Бөгөн Мәмбәтҡол ауылында Балыҡ байрамы. "Көйөргәҙе - балыҡ иле" тип атала ул. Бындай сара беренсегә үткәрелмәй, әле лә байтаҡ ҡына балыҡсы ҡатнашасаҡ бәйгелә. Һәммәһе 3 команда буласаҡ, балыҡсылар һаны - 20-30 уҡ булып китер тип көтөлә.
Балыҡ тотҡанда яр буйында ҡысҡырып йырлап тороу килешмәй, хатта ярамай, шулай ҙа был сара ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән тыш үтмәй. Әле ҡуҙғалдылар: 
"Балыҡ, ҡап-ҡап, ҡап! Яр башында ялтырап ят!" 
Ҡапҡанмы балыҡ, был турала - һуңыраҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: