Абруйлы сараға тап уның барырын белеү өсөн һуҡыр күрәҙәсе булыу ҙа кәрәкмәй ине, райондың Атайҙар советы рәйесе, активист.... Күмертауҙың бәләһе күберәк, ҡала ҙур булһа ла, арыу ирҙе табып ҡара, атай кеше йә Себерҙә, йә, бында ҡалғаны булһа ла, өндәшһәң, ҡулын һелтәйәсәк: йәмәғәт тормошо тип йөрөгәнсе, диванда ятам.
Илмир Ғәббәсов. Ҡала тормошон, йәмғиәтте яҡшы белгәндәр шунда уҡ Илмир Хисмәтулла улы тураһында уйлаған, барһа, тик ул ғына бара инде. Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерә торған кеше түгел.
Шулай итеп, кисә Илмир Ғәббәсов, бөтөн ҡаланың данын яҡларға тип, сығып китте. Һәйбәт йөрөп ҡайтҡан. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры менән фотоға төшкән. Йәштән таныш булып, яҙмыш, араларҙы күпмелер ваҡыт өҙөп тороп, йылдар үткәс, бына яңы килеп, һағынышып, осрашҡан кешеләрҙәй булып аралашҡандар. Ленара Хәким ҡыҙы бик тәжрибәле чиновник булһа ла, Илмирҙың, ғаилә институты йәһәтенән, фекерҙәрен белешкән, әйткәндәрен оҡшатҡан. Ысынында, Илмирҙың, атай булараҡ та, ир булараҡ та, белеме ҙур, туралап ҡына әйткәндә, үҙе ғаилә Министры.
Л. Иванова был форумды юҡҡа йыймағандар икәненә инанған, Күмертауҙағы Илмир һымаҡ атайҙар бар икән, тимәк, милләттең киләсәге лә бар.