Все новости
Ижтимағи тормош
3 Ноября 2022, 15:58

“Әсә йылыһы”

Кисә генә районда Әсәләр Советы булдырылды. 

“Әсә йылыһы”
“Әсә йылыһы”

Эльза Васильева, әсәләр Советы ағзаһы:
- Әсәләр Советы күп ерҙәрҙә булдырылған, хәҙер беҙҙә лә барлыҡҡа килеүе ҡыуандырҙы. Минеңсә, бик яҡшы идея был, күптән кәрәк ине. Беҙ фронтта булған, унан ҡайтҡан һәм дә ятып ҡалған егеттәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам итәсәкбеҙ, һәр ваҡыт уларҙың хәлдәрен белешеп үҙ ярҙамыбыҙҙа, иғтибарыбыҙҙан айырмаясаҡбыҙ. Шулай уҡ егеттәребеҙгә “Әсә йылыһы” тип аталған посылкалар ҙа ебәрәсәкбеҙ. Һәр һалдатҡа ла беҙҙең посылкаларыбыҙ етһен өсөн ауыл биләмәләре лә әҙерләйәсәк. Өлөшләтә мобилизацияға эләккән егеттәргә, уларҙың ғаиләләренә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү, үҙ йылыбыҙҙы бүләк итеү беҙҙең бурыс булып торасаҡ.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: