Бындай осрашыуҙар көн дә булып тормай, шуға был көн байрамға тиң ине, иң тәүҙә һүҙҙе йәш быуынға бирҙеләр, Абдул ауылы һылыуы Элина Усманова һәм Зәк-Ишмәт ауылы һылыуы Әҙилә Усманова залды моңло йырҙарға күмде.
- - Беҙҙең ҡала Татарҙар Конгресы 30 йылдан ашыу ваҡыт эшләп килә, 20 йыл уны Әнүәр Дауытов етәкләне, унан һуң шулай уҡ яуаплы, әүҙем ир-аттарыбыҙҙың берһе Фәнүз Дашкин етәкләп килде, май айында ул ғариза яҙып вазифаны бушатҡас, ошо көнгә тиклем ваҡытлыса был урында мин эшләп килдем, һәм бына йыйында мине официаль рәүештә һайлап ҡуйҙылар. Бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында меңгә яҡын татар халҡы йәшәй. Конгрессыбыҙҙа әүҙем ҡатнашып, халҡым, милләтем тип янып йәшәгән яҡынса 40 кеше тора, заманында, эште беҙ 13 кеше менән генә башлаған инек. Күмертауҙа күбеһенсә Абдул, Зәк-Ишмәт ауылы татарҙары, шулай уҡ Федоровка районының бик әүҙем, талантлы татарҙары йәшәй...
Материал тулы килеш гәзиттә үткән аҙнала баҫылды.