-4 °С
Облачно
Абдул һәм Яҡшембәт ауылынан ике ханым беҙҙең менән барырға теләк белдерҙе.
Баш ҡалалағы сәйәхәт бик ҡыҙыҡлы һәм эстәлекле итеп ойошторолған ине. Иң беренсе лимонарийға барып, төрлө - төрлө үҫемлектәр, сәскәләр, ҡыуаҡтар менән таныштыҡ. Ул лимондары, ул банан, грейпфрут, папайя, фейхоа, тағын әллә нисә төрлө еләк-емештәр, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләрҙе күреп хайран ҡалып, иҫебеҙ китеп килеп сыҡтыҡ. Шундай матурлыҡты мотлаҡ рәүештә барып күрегеҙ, тип әйтәһе килә. Беҙҙең яҡта үҫмәгән, бөтөнләй ят үҫентеләр һушты алды...
Альбина ИСКӘНДӘРОВА, Яҡуп ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.