- Бик шәп сара үтте Хәйбулла районында. Таймаҫ ағинәйҙәре менән барҙыҡ. Хәйбулла башҡорттарына һоҡланып ҡайттыҡ. Уларҙың милли рухтары ярылып ята. Телем, ерем тип янып йәшәгән милләттәштәребеҙ йәшәүенә ҡыуанып ҡайттыҡ. Унда һәр ауылда милли кейем тегеү, уны тергеҙеү теләге менән янып йәшәйҙәр. Бар ауылдан да 10-ышар кеше алып килгәндәр тиһәм дә хата булмаҫ. Камзул, тәңкәләр менән генә биҙәлгән түгел, ә милли кейемдәрҙең төрлөлөгөн күреп иҫебеҙ китте. Өләсәйебеҙҙең һандығында һаҡланған кейемгә ҡарап тектек тиҙәр, әллә нисәнсе йылғы милли кейемдәрҙе тергеҙеүҙәренә ҡыуандыҡ. Унда ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына түгел, ә ир-егеттәрҙең дә милли кейемдәренең төрлөлөгө айырылып тора. Беҙгә Хәйбулла яғы милләттәштәребеҙҙән өйрәнәһеләребеҙ күп, уларҙа халҡыбыҙҙың аш-һыуҙарының төрлөлөгө лә бар. Ҡоротто ғына алғанда ла, ниндәй генә төрө юҡ, киптереп тә яһап ашайҙар.
Хәйбуллаға барып, рухлы милләттәштәребеҙҙе күреп илһамланып, ҡыуанып ҡайттыҡ.
Сара тураһында тулыраҡ гәзиттә баҫылды.