Все новости
Ижтимағи тормош
10 Декабря 2022, 09:39

Тетеү

Йөндө тетеү, иләү, сиратыу - нимә генә эшләтмәйҙәр уны. 

Тетеү
Тетеү
Шулайтмай булмай - ойоҡмо, шәлме, нимә бәйләһәң дә, йөндөң эше күп. 
Ҡулдарҙа орсоҡ, шапалаҡ, Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ ауылы ҡатындарында был ҡоралдар уйнап ҡына тора, бәләкәйҙән әсәләре, өләсәләре өйрәтеп үҫтерҙе уларҙы, - донъя көткәндә ҡатындар нимәне белергә тейеш, барыһын да беләләр. Маһирҙар. 
Башҡараҡ ваҡыт булһа, моғайын, шәл бәйләүгә көстө күберәк һалырҙар ине, әле ваҡыты башҡасараҡ: фронтта йөрөгән егеттәргә бейәләй, ойоҡтар кәрәк. 
Батыр исемен йөрөткән, үҙе лә донъяға өс Советтар Союзы геройы тыуҙырған ауыл бит ул Кинйәабыҙ. Ә батырҙан бахыр тыумай, әле лә малайҙары яуҙа йөрөй, уларға тылдағы ҡатын-ҡыҙ булдыра алғанса ярҙам итергә тырыша. 
Кинйәбыҙҙар, кистәрен йыйылып, бына ошолай йөн тетә, бер юлы кемдеңдер тетмәһен дә тетә.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: