Бәләкәй ауыл ҙуры менән тиңләшә аламы тип тел сарлағандар ҙа булды элгәрәк, юҡҡа улай тинеләр, Кинйәабыҙ, исеме үк әйтеп тора, башҡаларҙы, ҙурлығына ҡарап тормай, әллә ҡайҙа, артта, ҡалдырып китер ауыл ул. Бер түгел, өс Советтар Союзы геройын тыуҙырған ауыл!
Иң мөһиме - кешеләр. Кинйәлә һайлап алғандай шәп халыҡ йәшәй, береһе башлаһа, икенсеһе ҡарап тормай, мотлаҡ ҡушыла.
Мыңарсы әллә нисә сара үткәрҙеләр, ҙур-ҙур ғына ҡунаҡтар ҙа булып китте үҙҙәрендә. Әле бына баннер элгәндәр, уныһы бигерәк йәмле килеп сыҡҡан. Ҙур.
Барлыҡ шалтыҡтарығыҙ ҙа ҙурҙан булһын, кинйәләр.