Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ, һәр ауыл советы үҙ теләге менән ҡанашҡандыр тием. Айыҡ ауыл 2022 конкурсының төп талабы – ул эскелек, алкоголь менән бәйле проблемаларҙы хәл итеү генә түгел, тәү сиратта ауыл халҡын берләштереү, бер маҡсат менән йәшәүгә йүнәлтеү, ауылдарҙы төҙөкләндереү, халыҡ һанын арттырыу, ауыл тормошона иғтибар үҫтереү.
Муниципаль этапта 12 ауыл ҡатнашты. Барыһы ла маҡтауға лайыҡ. Шәхси күҙлектән сығып әйткәндә Зәк-Ишмәт ауыл советына ҡараған Михайловка ауылы халҡы һоҡландырҙы, берҙәм, дәртле халыҡ, сәмлеләр. Тормош шулай ҡоролғанмы, үҙебеҙ шундайға әйләндерҙекме икән-ошондай күмәк сараларҙа ауылдамы, ҡалаламы барыбер, ҡатнашыусыларҙан күпселекте ҡатын ҡыҙ тәшкил итә, өйрәнелгән. Ә бында, Михайловка ауылында ир-ат әүҙемлек күрһәтте, йүгереп йөрөп ярҙам итеп, эштең уртаһында ҡайнай улар. Илкәнәй халҡы айырым иғтибарҙы йәлеп итте, халыҡ башлыҡты, башлыҡ халыҡты ихтирам итеүе сағылды был ауыл советында үткән һәр сарала. Ауыл төҙөкләнә, әллә күпме яңы пландар менән янып йәшәй Илкәнәйҙәр. Шулай уҡ Павловка ауылы халҡы, Таймаҫ ауылы ҙур теләк менән ҡатнашты конкурста, матур сығыштары күңелгә ятты. Һәм, әлбиттә, беҙҙең еңеүсе ауыл Кинйә-Абыҙ. Конкурс иғлан ителгән көндән алып Кинйәләр ауылда үткән һәр сараны айыҡ тормошҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә бәйләнеләр. Тарихи ауыл булараҡ Кинйә-Абыҙҙың халыҡты ҡыҙыҡһындырырлыҡ мөмкинселеге күп булыр тип ышанам. Тағы ла өҫтәп шуны әйтер инем, тәртип тупһанан башлана тигәнде иҫәпкә алып Кинйә-Абыҙ һәм Илкәнәй ауылдарында ауылға кергән ерҙә айыҡ тормошҡа әйҙәүсе матур стендтар барлыҡҡа килде, спитртлы эсемлектәр ярамай тигән киҫәтеүсе юл билдәләре ҡуйылды. Был атрибуттар ҙа айыҡ тормошҡа саҡырыуҙа үҙ ролен уйнамай ҡалмаҫ.
Лена ҒӘББӘСОВА, "Айыҡ ауыл" конкурсы комиссияһы сәркәтибе.
Ҡалған фекерҙәр (Д. Акилов, Ф. Рахманғолов) гәзиттә баҫылды.