Все новости

ихлас БАЙРАМ ИТТЕЛӘР

Быйыл Башҡортостанда заманында һоро күмер сәнәғәтенә башлап нигеҙ һалған Күмертау ҡалаһының ҡала статусы алыуына 65 йыл тулды. Ошо иҫтәлекле тарихи ваҡиғаны ҡала халҡы 10 июндә, Ҡала көнөндә, киң билдәләне һәм байрам итте.

Быйыл Башҡортостанда заманында һоро күмер сәнәғәтенә башлап нигеҙ һалған Күмертау ҡалаһының ҡала статусы алыуына 65 йыл тулды. Ошо иҫтәлекле тарихи ваҡиғаны ҡала халҡы 10 июндә, Ҡала көнөндә, киң билдәләне һәм байрам итте.

Байрам Күмерселәр мәҙәниәт һарайындағы тантаналы саранан башланды. Күмертау ҡала Хакимиәте башлығы Борис Владимирович Беляев байрамға саҡырылған почетлы ҡунаҡтарға – республика кимәлендә юғары постар биләгән яҡташтарыбыҙға тыуған ҡалалары менән күп йыллыҡ хеҙмәттәшлектәре һәм уға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеүҙәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бындай лайыҡлы хөрмәткә эйә булыусылар араһында БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонин, БР Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаров, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников, БР-ҙың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин бар ине. Сергей Афонин: «Ҡәҙерле күмертауҙар, яҡташтар, һеҙҙең барығыҙға ла ҙур еңеүҙәр теләйем. Беҙ бергәләп эшләгәндә генә ҡалабыҙ имен, сәскә атыусы һәм лайыҡлы ҡала буласаҡ», – тине.

Тантаналы сарала 60-тан ашыу кешегә министрлыҡтар, ведомстволарҙың, ҡала округының Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары тапшырылды.

Был көндө бөтә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар ысын күңелдән байрам итте. Һабантуй, йәрминкә, уйындар, конкурстар, ярыштар, йорт алдары күргәҙмәләре кеүек саралар Ҡала көнө байрамының төп өлөшөн тәшкил итте. Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ла ҡала майҙанында тирмәләр ҡороп, күмертауҙар менән ҡунаҡтарҙы милли һый-ниғмәттәр менән һыйланы, уларға үҙенсәлкеле йыр-моң бүләк итте.

Ҡала көнө киске сәғәт алтынан һуң тағы ла нығыраҡ йәмләнде: Советтар майҙанында 80-се йылдар хитын башҡарыусылар: Наталья Нурмухамедова, Валерий Ярушин, Анатолий Алешиндар, шулай уҡ башҡорт артистары Гөлназ Асаева, Раил Өмөтбаев, Айтуған Ғәйзуллин һәм Рәйес Ҡангилдиндар ҡатнашлығындағы концерт программаһынан олоһо ла, кесеһе лә ҙур эстетик ҡәнәғәтлек кисерҙе, ысын күңелдән ял итте. Ә йәш күмертауҙар дискотекала рәхәтләнеп бейене.

Ҡала көнөнә арналған сара төнгө матур салют менән тамамланды.


Читайте нас: