Все новости

ЯҢЫ ЗАВОД ТӨҘӨЛӘСӘК

Күмерселәр мәҙәниәт һарайындағы ҡала көнөнә арналған тантаналы сара ҡала Хакимиәте менән «Яңы эра» акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәттәшлек хаҡындағы ике яҡлы килешеүенә ҡул ҡуйыуынан башланды.

Күмерселәр мәҙәниәт һарайындағы ҡала көнөнә арналған тантаналы сара ҡала Хакимиәте менән «Яңы эра» акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәттәшлек хаҡындағы ике яҡлы килешеүенә ҡул ҡуйыуынан башланды.

Күмертау ТОСЭР тигән шәп программаға керҙе, моноҡала тигән исемде алып ташланы һәм... барыһы ла элеккесә ҡалды. Һәр хәлдә беҙгә шулай тойола, бәлки, өҫтәгеләргә нығыраҡ күренәлер, улар, алға китеш бар, ти. Һөҙөмтә һуңыраҡ беленер, әле эштәрҙең башы ғына, тиҙәр. Бирһен Хоҙай.

Бына сираттағы яңылыҡ та яҡшылыҡҡа өмөт итергә ышаныс тыуҙыра. Күмертауҙа яңы завод төҙөргә планлаштыралар. Энергия һаҡлау һәм уттан яҡлау плиталары эшләү заводы. Был хаҡта ҡала башлығы Борис Беляев «Яңы эра» компанияһы директоры Рифат Ғәбдинов менән һөйләште, һәм хеҙмәттәшлек хаҡындағы ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Директорҙың исеме беҙҙеңсә булһа ла, компания Рәсәй-Ҡытайҙыҡы тип атала. Яңы завод йылына 6 миллион квадрат метр фиброцементлы плита эшләп сығарырға уйлай. Был проектҡа һәммәһе 800 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. 320 кешегә яңы эш урындары асыласаҡ, тип ҡыуандыра беҙҙе властар.

Эш хаҡы күпме була, завод ҡайһы тирәлә төҙөлә – әлегә хәбәр юҡ, берәй яңылыҡ булыу менән, «Юшатыр» был турала хәбәр итер.


Читайте нас: