Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
8 Июня 2018, 11:40

Айыҡлыҡ ғәҙәти хәлгә әүерелһен!

Эскелек – үлем кимәлен арттыра, ғүмер ҡыҫҡалығының төп сәбәптәренең береһе булып ҡала. “Күңелде асҡан” ялтыр шыйыҡса кешене ауыр енәйәттәргә этәрә, ғаиләләрҙе тарҡата, балаларҙы ата-әсә йылыһынан мәхрүм итә, йәндәрҙе һәм тәндәрҙе ғәрипләй. Бындай проблема РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВтың иғтибарынан, әлбиттә, ситтә ятып ҡала алмай. Ул халыҡты эскелектән арындырыу өсөн мөмкин булғандарҙың барыһын да эшләй.

Эскелек – үлем кимәлен арттыра, ғүмер ҡыҫҡалығының төп сәбәптәренең береһе булып ҡала. “Күңелде асҡан” ялтыр шыйыҡса кешене ауыр енәйәттәргә этәрә, ғаиләләрҙе тарҡата, балаларҙы ата-әсә йылыһынан мәхрүм итә, йәндәрҙе һәм тәндәрҙе ғәрипләй. Бындай проблема РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВтың иғтибарынан, әлбиттә, ситтә ятып ҡала алмай. Ул халыҡты эскелектән арындырыу өсөн мөмкин булғандарҙың барыһын да эшләй.

– Белеүебеҙсә, Зариф Закир улы, һеҙ спорт яратаһығыҙ. Ун саҡрымлыҡ кросты еңел генә йүгерәһегеҙ, айыҡ тормош менән йәшәйһегеҙ. Депутат булараҡ замана сире – эскелеккә ҡаршы әүҙем көрәшәһегеҙ. Һеҙ – йәмғиәтте айыҡтырырға ярҙам иткән закондар авторы ла. Һуңғы яңылыҡтарығыҙ менән таныштырығыҙ әле?

– Был проблема электән үк күңелемә тынғы бирмәй. Алкоголизм арҡаһында күпме кеше йәшләй һәләк була, үҙ-үҙенә ҡул һала, бер ғәйепһеҙ балаларҙың яҙмышы селпәрәмә килә?! Һайлау алды кампанияһы барышында халыҡ эскелеккә йыш зарланды һәм закондар кимәлендә саралар күреүемде һорағайны. Шуға ла сәйәси эшмәкәрлегемдә заман афәтенә ҡаршы көрәш ҙур урынды ала. Йәшерен цехтарҙа ҡойолған, һаулыҡ өсөн зарарлы яһалма араҡы, көмөшкә һатыусыларға элек ике мең һум тирәһе штраф һалына ине. Халыҡ минән ошо сумманы арттырыуҙы һораны. Бер нисә хеҙмәттәшем менән закон проекты әҙерләнек һәм Дәүләт Думаһына тәҡдим иттек. Артабан уны тормошҡа ашырыу буйынса эштәрҙе үҙем алып барҙым. Закон былтыр августа ҡабул ителде. РФ Енәйәт кодексына һәм Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер һаулыҡҡа зыян килтергән яһалма араҡы һатыусыға 30 мең һумдан 50 мең һумға тиклем штраф һалына. Әгәр ҙә кеше бер йыл эсендә йәнә ошо эш өҫтөндә тотолһа, уға 50 мең һумдан 80 мең һумға тиклем штраф тәғәйенләнәсәк йәки бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителәсәк. Һаман да аҡылына килмәгән кешегә һуңғы сара – енәйәт язаһы ҡаралған.

– Был закондың һөҙөмтәләре ҡыуандырырлыҡмы?

– Республика прокуроры һәм БР буйынса эске эштәр министры ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, Башҡортостанда ыңғай үҙгәрештәр бар. Райондарҙың эске эштәр бүлеге етәкселәре менән дә даими һөйләшеп торам, спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнеше кәмей.

Ғөмүмән, эскелек менән көрәшеү тик полицияның ғына бурысы булырға тейеш түгел. “Ағинәйҙәр”, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, урындағы үҙидара был эштә битараф ҡалмаһын ине. Үҙенә зыян тейеүҙән хафаланып, ауылдашының көмөшкә һатыуы хаҡында әйтмәүселәр бар, ләкин өндәшмәй ҡалырға ярамай. Кеше үҙе эсмәһә лә, уның яҡындары, балалары хәмер тоҙағына эләгеүе ихтимал бит. Әгәр ҙә полиция эскелеккә ҡаршы саралар күрмәһә, шулай уҡ зыянлы спиртлы эсемлектәр һатылған урындар хаҡында миңә хәбәр итергә мөмкин (адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17).

– Үҙе осһоҙ, үҙе зәһәр, халыҡ телендә “фанфурик” тип аталған шыйыҡса эскеселәр мөхитендә киң ҡулланыла...

– Уның арҡаһында үлеүселәр күп булыуы хафаландыра. Составында 75 процент спирт булған препаратҡа алкоголь акцизы булдырыу (һөҙөмтәлә хаҡы артасаҡ) йәки уны бөтөнләй тыйырға һәм дөйөм әйләнештән алырға кәрәк, тигән тәҡдим менән сығыш яһаным. Яҡын киләсәктә был мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк.

– Йылдар буйы эскесе менән йәшәргә мәжбүрҙәр күп яфа күрә. Элек, исмаһам, айнытҡыстар, һауыҡтырыу-хеҙмәт профилакторийы булды. Алкоголикка өгөт-нәсихәт йоғонто яһамай, ҡәтғи саралар кәрәк кеүек.

– Бер хәмер ҡоло ла үҙен эскесе тип һанамай. Эйе, улар үҙҙәре генә йонсомай, яҡындарының тормошон тамуҡҡа әүерелдерә. Миҫал өсөн, енәйәттәрҙең 70, ә суицидтарҙың 63 проценты хәмер тәьҫирендә ҡылына. Ғаиләһендә ғауға ҡуптарған, яҡындарына ҡул күтәргән кеше, минең ҡарамаҡҡа, мотлаҡ дауаланырға тейеш. Бөгөнгө закондар буйынса, кешенең теләге булмайынса, уны мәжбүри дауаларға ярамай. Әммә алкоголиктың үҙе теләп барып дауаланыуы – һирәк хәл. “Теләгән ваҡыт­та бер ниндәй дауаһыҙ ҙа туҡтай алам!” – тип кенә ебәрәләр. Ләкин барыбер туҡтамай... Тимәк, эскелек – ул сир һәм уның менән көрәшергә кәрәк.

Әлеге мәлдә, Дәүләт Думаһында хеҙмәттәштәрем менән бергә, эскән кешене мәжбүри дауалау тураһындағы закон проекты өҫтөндә эшләйбеҙ. Иҫерек килеш енәйәт ҡылған йәки хоҡуҡ боҙған кешеләрҙе, медицина комиссияһы һөҙөмтәһенән сығып, мәжбүри дауалау ниәтләнә. Иҫерек водитель ҙур ҡайғылар килтереүе ихтимал. Шуға күрә, уларға ҡарата ла бындай сара күреләсәк. Хәҙер тәүге тапҡыр эскән хәлдә рулгә ултырыусыға административ яза бирелә, ә икенсегә – енәйәт яуаплылығы. 2017 йылда иҫерек водителдәр һаны буйынса республикабыҙ илдә икенсе урын алды – 28 мең кеше! Эскән кешегә диңгеҙ – тубыҡтан, уларҙы штраф һәм башҡа тыйыуҙар туҡтатмай. Бында мәсьәләне тамырынан хәл итергә, йәғни алкоголикты мәжбүр итеп дауаларға кәрәк.

Айнығып, үҙ хатаһын аңлап, башҡаса ауыҙына хәмер алмаған кеше ғаиләһенә терәк буласаҡ, тулы ҡанлы тормош менән йәшәйәсәк, юлдарҙа фажиғәләр ҙә кәмейәсәк.

Был закон проектына ҡаршы сығыусылар ҙа бар, имеш, кеше хоҡуҡтары үтәлмәй. Әммә эскеселәрҙең йәмғиәткә ниндәй оло бәләләр килтереүен күҙ алдына баҫтырһаң, иманым камил, бындай закон кәрәк.

– Зариф Закир улы, замана сирҙәренең сәбәбе нимәлә икән? Эшһеҙлектәме ни?

– Был турала тикшереүҙәр уҙғарҙым һәм шуға инандым: эшһеҙлек эскелек һәм башҡа афәттәргә сәбәп түгел. Себер тарафтарында эш менән проблема юҡ, ә ул төбәктә эскелек сәскә ата, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар күп. Бына Кавказда эшһеҙлек көслө, тик унда эскелек, наркомания, суицид, социаль етемлек кеүек күренештәр бөтөнләй ят. Бында барыһы ла тәрбиәнән, ғаилә ҡиммәттәренән килә. Ояһында ни күрә – осҡанында шул була, тигәндәй, эскелекте ғәҙәти хәл кеүек күргән бала ата-әсәһе юлын ҡыуа. Райондарҙа, сәфәр барышында, тырышып донъя көткән йүнселдәр менән йыш осрашам. Улар күпләп мал аҫырай, баҡса үҫтерә, бесәнен-емен үҙе таба, балаларына сифатлы белем бирә, яҙмыштарына бер ҙә зарланмайҙар. Ә эскеселәр эшләмәй, ялҡаулана, башҡаларҙа ғәйеп эҙләй һәм эскелек һаҙлығына бата. Бында барыһы ла кешенең үҙенән тора.

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың айыҡ тормошто һайлауы шатландыра. Туйҙар һәм башҡа ғаилә байрамдары хәмерһеҙ үтә. Һаулыҡҡа файҙалы милли эсемлектәр – ҡымыҙ һәм буҙа табында урын ала. Һабантуйҙарҙа элекке замандарҙағы кеүек иҫеректәрҙе осратмаҫһың. Был – бик яҡшы күренеш. Тимәк, эскелеккә ҡаршы закондарҙың һөҙөмтәһе бар. Улар ғаилә институтын нығыта, киләсәк быуынды ҡурсалай, социаль тормошто яҡшырта. Әммә алда эшләйһе эштәр күп. Был көрәш халыҡ менән бергә барһа, һис шикһеҙ, йәмғиәтебеҙҙә айыҡлыҡ ғәҙәти хәлгә әүерелер.

– Зариф Закир улы, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.


Читайте нас: