Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
26 Июня 2018, 12:35

ЙӘЙ ҠЫШТЫ ТУЙҘЫРА

Йәй етеү менән ауыл халҡының ҡыҙыу эш мәле башлана. Һәр эштең үҙ ваҡыты була тигәндәй, бар нәмәне эшләп өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Бына мал аҙығы әҙерләй башлау ваҡыты ла күптән инде етте.

Йәй етеү менән ауыл халҡының ҡыҙыу эш мәле башлана. Һәр эштең үҙ ваҡыты була тигәндәй, бар нәмәне эшләп өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Бына мал аҙығы әҙерләй башлау ваҡыты ла күптән инде етте.

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин барлыҡ хужалыҡтарҙы ла, ауыл халҡын да тиҙ арала мал аҙығы әҙерләп ҡалырға саҡыра:

- Район хужалыҡтарында былтырҙан 2741 т бесән, 2865 т силос һәм 700 тонна сенаж ҡалған. Быйылғы һауа торошо менән бәйле мал аҙығы әҙерләү ваҡыты тиҙләтелде. Үләндең торошо бик үк яҡшынан булмаһа ла, ул үҫте һәм, күпме генә көтһәң дә, башҡаса үҫмәйәсәк. Үләндең туҡлыҡлы матдәләре кәмемәҫ элек сабып өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Әлеге көндә «А7-Агро БР», Киров исемендәге, «Искра», Түкән хужалыҡтары бесәнгә төштө. Бөгөн-иртән сенаж һалырға уйлайҙар. Кировтар 250 т, «Искра»лар 18 т бесән әҙерләгән. Башҡа райондарҙан ҡалышабыҙ, әлбиттә. Ҡайһы бер райондарҙа, ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, әллә ҡасан сенаж һала ла башлағандар. Көндәр ошолай ҡояшлы, ямғырһыҙ торһа, 20 июлдәрҙә иртә өлгөрөүсе культураларҙан уңыш йыйыу эшен дә башларға тура киләсәк. Шуға күрә тиҙерәк мал аҙығы әҙерләп өлгөрөп ҡалырға кәрәк буласаҡ», - ти ул.

«Йәй ҡышты туйҙыра», - тиҙәр. Был ваҡытта ҡала халҡына ла тик ятырға кәрәкмәй. Ял көндәрендә ауылға ҡайтып, ата-әсәйеңә, олатай-өләсәйеңә һәм башҡа туғандарыңа бесән сабышыу — иң изге, иң сауаплы эштәрҙең береһе. Шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә, отпуск ваҡытында шәхси хужалыҡтар өсөн етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләшеүҙән ситтә ҡалмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Ваҡытында туғандарығыҙға мал аҙығы әҙерләшһәгеҙ, ҡышын итле, һөтлө, май-ҡаймаҡлы булырһығыҙ!


Читайте нас: