Бесән юҡ быйыл, иген дә бик шәптән түгел, уйлай китһәң, барыһы ла арҡыры килер ҙә торор ниндәй йыл был (пенсия йәше арта, НДС арта, коммуналка ла артты)? Бесән булмағас, былай ҙа аҙ мал һаны тағы ла кәмерме? Барыһы ла бер юлы суҡынып китһен, зато быйыл еләк күп. Рәхәтләнеп тыуған ҡырҙар буйлап йөрөп, еләк йыяйыҡ әле. Әлегә хөкүмәт бының өсөн аҡса алмай.