Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
17 Июля 2018, 11:49

МУНСА ПАРОВОЗ ТҮГЕЛ

Йәйге селлә булһа ла, барыбер гелән һыу буйында ятып булмай – мунса кәрәк. Рәхәтләнеп, ҡысыған ерҙәреңде йәш миндек менән сабыуҙы бер ниндәй ҙә йылға-күл алмаштыра алмай.

Йәйге селлә булһа ла, барыбер гелән һыу буйында ятып булмай – мунса кәрәк. Рәхәтләнеп, ҡысыған ерҙәреңде йәш миндек менән сабыуҙы бер ниндәй ҙә йылға-күл алмаштыра алмай.

Шәмбе көнө Ермолаевола йәшәүсе берәүҙәр ҙә шулай уйлай һәм мунса яға. Шартлап торһон был тип (ҡолаҡ япраҡтарын бөрөштөргәнсе эҫе булмаһа, мунса буламы ни) мейескә ныҡ яғалар былар. Һәм йортҡа кереп китәләр – мунса әҙер булғансы һалҡында тороп торайыҡ. Тик мунса мейесе үтә эҫегә түҙмәй торған нәмә булып сыға, күпмелер ваҡыттан бар мунса яна башлай. Янындағы йортҡа ла үрмәләй ут. Шартлатып сабыныр мунса шатырлап янып бөтә, йорттоң ҡыйығы ла яна. Рәхәтләнеп бер мунса инәм тигәндә бына һиңә ҡаза. Район Хакимиәте ярҙам йөҙөнән аҡса ла бирә алмай, кеше үҙе уйларға тейеш – страховка тигән нәмә бар. Ә страховканы уйлауҙан бигерәк мунса яҡҡанда мейесте ҡарап торорға һәм самалап яғырға кәрәк – күп утын тығырға мунса паровоз түгел дә.

Былтыр ошо осорға районда 14 янғын булған, быйыл – 15.
Читайте нас: