Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
17 Июля 2018, 11:48

ЙОҠОҺОНАН УЯНМАНЫ

Эҫе яман. Ҡалалағы кеше ҡайҙа барып башын тығырға белмәй. Цивилизациялы ҡалаларҙа фонтандар ҡуялар, әҙәм балаһы уның янына килеп ял итһен, еләҫ һауа һулаһын, йәнәһе.

Эҫе яман. Ҡалалағы кеше ҡайҙа барып башын тығырға белмәй. Цивилизациялы ҡалаларҙа фонтандар ҡуялар, әҙәм балаһы уның янына килеп ял итһен, еләҫ һауа һулаһын, йәнәһе. Күмертауҙа ла бер йылы Ғафури скверын яңырттылар, матур итеп фонтан ҡуйҙылар. Уныһы гелән боҙолдо ла торҙо, ахыры, бер ҡараһаң, эшләй, икенсе ҡараһаң, юҡ. Быйыл был фонтан бөтөнләй ҡышҡы йоҡоһонан уянманы - һыу һиптермәй-нитмәй шул көйө тора бирә һаман. Беҙгә билдәле булыуынса, фонтанды ҡорған саҡта уҡ һыу системаһын дөрөҫ эшләмәгәндәр, әллә күпме аҡса елгә осҡан, тимәк. Хәҙер системаны йүнәтәм тиһәң, әллә күпме финанс кәрәк, түшәлгән плиткаларҙы ҡутарырға тура киләсәк. Хәлдең былай булыуы насар, фонтан тигәнебеҙ ҡулдың ҡыйыш үҫеүенә, яуапһыҙлыҡҡа һәйкәл булып тора бирерме икән?
Читайте нас: