Дәүләт Думаһы халыҡҡа ҡоро-һары ағастар йыйыуға хоҡуҡ биргән закон ҡабул итте. Ул 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк һәм кешеләргә властарҙан рөхсәт ҡағыҙы юлламай ғына урмандан ҡороған ағастарҙы, ҡоро-һары ботаҡтарҙы шәхси хужалыҡта ҡулланыу өсөн алып ҡайтырға рөхсәт итәсәк.
Һуңғы йылдарҙа урмандарҙа, урман һыҙаттарында ҡороған ағастар күбәйҙе. Ә закон уларҙы ҡырҡыуҙы, йыйыуҙы тыя. Был закон сыҡҡанға тиклем ауыл халҡы үҙен утын менән тәьмин итеү өсөн һәр саҡ ҡоро-һары йыйҙы. Бының менән кешеләр шул уҡ ваҡытта урманға файҙа ла килтерҙе, йәғни санитар таҙартыуҙар үткәрҙе. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң ҡороған ағастарҙы йығыуға законлы рөхсәт алыу мөмкин булмай башланы. Ауылда йәшәүселәргә законды боҙорға тура килә, сөнки шәхси хужалыҡҡа утын алыу өсөн башҡа юлы юҡ. Халыҡтың күпселеге мунсаға утын юллап өс ай буйы йөрөргә әҙер түгел. Бының өсөн аҡса түләргә лә ауыл ерендә күптәрҙең хәленән килмәй. Бигерәк тә пенсияға ғына ҡарап йәшәгән әбей һәм бабайҙарҙың. Ахырҙа йәшертен генә барып алырға тәүәккәлләйҙәр. Тотһалар инде йә урман ҡарауылсыһына аҡса «төртөргә», йә ҡаҙнаға штраф түләргә мәжбүр булалар.
РФ Президенты Владимир Путин, ошоларҙы иҫәпкә алып, халыҡҡа ҡолаған ағастарҙы йыйыу рөхсәте биргән законды раҫланы. Документҡа ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан тәбиғи шарттарҙа ҡолаған ағастарҙы, ботаҡтарҙы, туҙ, ағас ҡайыры һәм башҡа сыбыҡ-сабыҡты ҡурҡмай ғына йыя алаһығыҙ.