Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
25 Сентября 2018, 10:35

МОРАПТАЛДАР ҠАУШАМАНЫ

Һуңғы ваҡытта ауыл советтары биләмәләре территорияларында күпләп янғындар сығыуы, ҡоро үләндәрҙең яныуы күҙәтелә.

Һуңғы ваҡытта ауыл советтары биләмәләре территорияларында күпләп янғындар сығыуы, ҡоро үләндәрҙең яныуы күҙәтелә. Ошо турала хәлде асыҡлау өсөн беҙ райондың янғын һүндереү бүлеге начальнигы Сергей Фадеевҡа мөрәжәғәт иттек.


- Янғын ваҡытында барлыҡ ауыл советтарында ла халыҡ ойошҡан рәүештә эшләне, ҡоро үлән яныуҙы һүндереүҙә урындағы етәкселәр ҙә, ябай кешеләр ҙә ҙур көс һалдылар. Тик Бахмут менән Ленин ауыл советтарының ғына янғын һүндереү машинаһы төҙөк булмай сыҡты, унда транспортты ҡыҙҙыра алмағандар. Ә бына морапталдарҙы айырым маҡтап үтке килә. Үткән шишәмбе көндө төштән һуң Иҫке Мораптал ауылынан Төйлөгән яғына киткән ерҙә үләнгә ут тоҡанған. Был көндө ел ҙур тиҙлектә иҫә ине, ут тиҙ арала байтаҡ ҡына майҙанды ялмап алды. Район үҙәгенән янғын һүндереү машинаһы килеп еткәнсе морапталдар оператив эшләгән. Беҙ килгәндә Киров исемендәге хужалыҡтан күп техника йәлеп ителгәйне, 20-нән артыҡ кеше лә йүгереп йөрөй ине. Янғында ҡул ҡаушырып ултырмай, әүҙем эш башҡарғандары өсөн барлыҡ ауыл советтарына рәхмәт. Бигерәк тә Морапталда янғын һүндереү техникаһы ла, хужалыҡтың башҡа төр машиналары ла сығарылғайны. Янғынды һүндереүҙе тиҙ арала ойошторғандары өсөн айырыуса Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеевҡа һәм Киров хужалығы рәйесе урынбаҫары Наил Ҡунаҡбаевҡа ҙур рәхмәт.

Ҡыш етеүгә әле иртәрәк, күреүегеҙсә ямғырҙар ҙа юҡ. Ҡоро үләндәрҙең янып китеү хәүефлелеге әле лә бар, шуға барығыҙҙы ла иғтибарлыраҡ булырға саҡырам”, - ти Сергей Борисович.
Читайте нас: