Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
23 Октября 2018, 13:57

ХАЛЫҠҠА ЯҠЫН БУЛЫР ӨСӨН...

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикалағы барлыҡ чиновниктарға социаль селтәрҙәрҙә теркәлергә, унда эш алып барырға ҡушты.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикалағы барлыҡ чиновниктарға социаль селтәрҙәрҙә теркәлергә, унда эш алып барырға ҡушты. «Халыҡ менән шунда аралашығыҙ, һорауҙарына ла тиҙ рәүештә шунда уҡ яуап бирегеҙ» тине ул.


54 район хакимиәте башлыҡтарының 28-ҙе шул арала социаль селтәрҙәргә теркәлеп тә өлгөргән. Уларға көнө-төнө шул селтәрҙәрҙә ултырырға кәрәк тигән талап ҡуйылмай, әлбиттә. Әммә ҡала һәм райондың мөһим ваҡиғалары даими рәүештә унда яҡтыртылып барырға тейеш. Шулай уҡ халыҡтың мөрәжәғәттәренә лә ваҡытында иғтибар бүленергә тейешле. «Технологик күҙлектән был дөрөҫ алым. Бәлки, ошо ысул аша власть кешеләре, ниһайәт, ябай халыҡты ишетә башлар», - ти политолог Аббас Ғәлләмов та.

Әйткәндәй, былтыр март айында ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарының кемеһе ҡайһы социаль селтәрҙәр менән ҡулланыуы хаҡында яҙғайныҡ. Кемдәр интернетты әүҙем ҡуллана, улар белә: ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев бөтә яңылыҡтарҙы, ҡайҙа, ниндәй эштәр башҡарғаны хаҡында даими рәүештә үҙе үк ҡуйып бара. Ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарының ниндәй социаль селтәрҙәр менән ҡулланыуы хаҡында беҙгә уларҙың эштәр идарасылары ентекләберәк һөйләне.

Әнүәр Шәһит улы УРАЗАЕВ, ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы:

- Әлеге ваҡытта компьютер йәки телефон менән ҡуллана белеүселәрҙең барыһының да социаль селтәрҙәрҙә аккаунттары бар. Борис Владимирович Беляев та һәр бер социаль селтәрҙе бик күп йылдар буйы инде әүҙем ҡуллана. Бөтә яңылыҡтарҙы иң тәүҙә белеп тора ул. Ҡайһы бер башлыҡтар әле саҡ социаль селтәрҙәрҙә теркәлә генә башлаһа, беҙҙең башлыҡтың был юҫыҡтағы эше күпкә алда бара. Хакимиәт башлыҡтарының социаль селтәрҙәрҙә ултырыуы бик тә кәрәкле, тип уйлайым. Халыҡҡа яҡыныраҡ буласаҡтар улар. Халыҡтың проблемаларын ваҡытында ишетеп-күреп торасаҡтар. Борис Владимирович нисек барыһына ла өлгөрә икән тип, хайран ҡалам, хатта. Ҡаланың төрлө төркөмдәренә инеп, проблемаларҙы өйрәнеп бара ул. Ниндәй йортта һаман йылы юҡ, тағы ҡайҙа ниндәй проблема бар икәнен һәр саҡ белеп тора.

Сергей Евгеньевич САВИН, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы:

- Һәр хакимиәт башлығы социаль селтәрҙә теркәлергә тейеш, тигәнгә ыңғай ҡараштамын. Был халыҡ менән аралашыу өсөн бик яҡшы буласаҡ. Халыҡ та үҙ һорауҙары менән мөрәжәғәт итә ала. Беҙҙең район хакимиәтенең бөтә социаль селтәрҙәрҙә лә төркөмдәре бар, шулай уҡ айырым сайтыбыҙ ҙа бар. Унда бөтә мәғлүмәт тә ҡуйылып бара. Хакимиәт башлыҡтары һәм уның урынбаҫарҙарының барыһы ла Ватсапта теркәлгән. Бөтә булған мәғлүмәт уларға шуның аша тиҙ арала еткерелеп торола. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың айырым аккаунты булмаһа ла, ул барлыҡ һорауҙарҙы мәғлүмәт-аналитика бүлеге аша алып тора. Бүлек был йүнәлештә әүҙем эш алып бара, килгән һорауҙарҙы хакимиәт башлыҡтарына һәм уның урынбаҫарҙарына ваҡытында биреп тора. Артабан да шулай халыҡҡа яҡын булып, уның проблемаларына иғтибар итеп, ваҡытында күреп барырға тырышасаҡбыҙ.
Читайте нас: