Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
30 Октября 2018, 14:13

ӘЛЛӘ ҠАЙҘА ЙӨРӨЙҘӘР

Юлдар проблемаһы - ғүмерҙә бөтмәҫ бәлә.

Юлдар проблемаһы - ғүмерҙә бөтмәҫ бәлә. Ҡар яуа ла башланы, ә районға юл ремонтлауға бүленгән аҡсаны тотоноп бөтмәүебеҙ һәм шуның өсөн әрләнеүебеҙ бар. Әрләнеүе ярар, юлдар шул көйөнсә емерек ҡалыуы бар.


Ермолаевоның Тыныслыҡ урамындағы 900 метр оҙонлоҡтағы юлды ремонтлау өсөн 5,6 млн. һум аҡса бар, барлыҡ документтар әҙер, ә подрядсы булған Күмертауҙағы “Стройиндустрия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте әллә ҡайҙа йөрөй, һаман эште башламай. Икенсе мәктәп янындағы күпер саҡ тын алып тора (инвесторҙар бөтөрә), уны һалыу өсөн шулай уҡ 12 млн. һум бар - подрядсы булып отҡан Ырымбурҙағы “Уралмост” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һаман килеп эш башлай алмай. Бына ғәләмәт заман, аҡса бар, эшләүсе юҡ. Көрт ярып йөрөй башлағансы, бәлки, тотоп та ала алмаҫ, эҙләп тә таба алмаҫ ДЖОлар пайҙә булыр һәм юлды рәтләр, ә?
Читайте нас: