Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
8 Ноября 2018, 12:47

ЭШТӘР БАРА

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика буйынса оҙаҡ төҙөлгән күперҙәр менән бәйле хәлде ҡаты тәнҡитләне. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Бөрйән һәм Көйөргәҙе райондарында оҙаҡҡа һуҙылған күперҙәр төҙөлөшөн тамамлауҙы талап итте.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика буйынса оҙаҡ төҙөлгән күперҙәр менән бәйле хәлде ҡаты тәнҡитләне. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Бөрйән һәм Көйөргәҙе райондарында оҙаҡҡа һуҙылған күперҙәр төҙөлөшөн тамамлауҙы талап итте.


Бигерәк тә Башлыҡты Бөрйән районында күперҙең 2011 йылдан алып сафҡа инмәүе сығарынан сығарҙы. Радий Хәбиров киләһе аҙнаға төҙөлөштөң тамамланыу ваҡытын билдәләргә бойорҙо. Шулай уҡ транспорт һәм юл хужалығы буйынса төҙөлгән контракттар мәсьәләһен дә күтәреп сыҡты. Был темаға доклад менән БР Дәүләт транспорты комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны.

— Республикала юлдар оҙонлоғо 47 мең километрҙан ашыу, - тине ул. - Уларҙың 785 км федераль, 13,5 мең км төбәк һәм 33,5 мең км тирәһе юл муниципалитеттәргә ҡарай. Ағымдағы йылға юлдарҙы тотороҡло һаҡлау, ремонт эштәре алып барыу өсөн 19 миллиард һумға заказ ҡабул ителгән. Ошо сумманың 1,4 миллиарды федераль ҡаҙнанан бүленгән. 6 ноябргә ҡарата федераль бюджеттан алынған аҡсаның ни бары 74 проценты сарыф ителгән. Райондарға килгәндә, Бөрйән районында бүленгән аҡсаның ни бары 43 процентын ғына файҙаланып өлгөргәндәр, Көйөргәҙеләр – 53, Благовещенскийҙар 55, ә Күмертауҙар 73 процентын үҙләштергән, - тине Тимур Рәфис улы.

Был хәлде асыҡлар өсөн Радий Хәбиров район хакимиәте башлыҡтарына һүҙ бирҙе. Район хакимиәттәре башлыҡтары, төҙөлөш эштәренең тотҡарланыу сәбәбен башҡарыусыларҙың үҙ эштәренә һүлпән ҡарауҙары менән аңлатты.

Ермолаеволағы 2-се һанлы мәктәп янындағы күпме ваҡыт ремонтланмай ятҡан күпер хаҡында “Юшатыр”ҙа алдан яҙылғайны. Аҡса бар, тендер үткән, ә һаман эшкә тотонмайҙар. Бәлә урындағы етәкселәрҙә түгел, ә подрядсыла.

Радий Хәбиров тиҙ арала эште бөтөрөргә ҡушты. Әле унда эштәр ни хәлдә икәнлеген беҙ район хакимиәте башлығының архитектура һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаевтан белештек.

- Был участокты эшләр өсөн подрядсы булып Ырымбурҙағы “Уралмост” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте отто. Улар, ниһайәт, октябрҙең һуңғы көндәрендә эшкә тотондо. Әлеге ваҡытта эштәр бара, тиҙ арала был күпер сафҡа индерелер, тип ышанабыҙ - тине Ринат Ирек улы.
Читайте нас: