Тиҙҙән, йәғни 2019 йылдың 1 ғинуарынан башлап, сүп-сар ташлаған өсөн аҡса йыясаҡтар, тип күп кенә тапҡырҙар яҙа килдек. Хаҡтарын да белешеп ҡарағайныҡ, әммә ошоға тиклем билдәле булманы. Әле бына, ниһайәт, был һорауҙарға ниндәйҙер асыҡлыҡ инә башланы, ахырыһы, интернет селтәрендә Башинформдың ниндәйҙер мәғлүмәте күренә башланы.
Былай ҙа онотмағанһығыҙҙыр, шулай ҙа иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, беҙҙең Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ташыу өсөн 4 төбәк операторы билдәләнгәйне. Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы 3-сө зонаға ҡарай һәм бында йәшәүселәрҙең көнкүреш ҡалдыҡтарын Ишембайға ташыясаҡтар. Был эште Ишембайҙағы «Эко-Сити» йәмғиәте башҡарасаҡ. Әлбиттә, бушҡа түгел. Хәҙер сүп-сарыңды алып китһендәр өсөн кеҫәңдән арыу уҡ ҡына сумма аҡса сығарып һалырға тура киләсәк. Шулай итеп ҡалала йәшәгәндәр бер кеше өсөн айына 140,92 һум түләйәсәк, ә шәхси йортта донъя көткәндәр йән башына 200,54 һумды сығарып һаласаҡ, тигән мәғлүмәт хасил булды интернетта. Күпме ваҡыт нисә һум түләрбеҙ икән, тип борсола инек, хәҙер бына белдек инде тип, башҡа ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән әлеге лә баяғы интернетта күрһәтелгән 8-800-700-49-00 «ҡыҙыу бәйләнеш» һандарын йыйҙыҡ. Әммә күпме генә шылтыратһаҡ та, теге башта беҙҙе ишетеүсе лә, яуап биреүсе лә булманы.
Аптырағас, «Эко-сити» йәмғиәтенә шылтыратып, региональ операторҙың пресс-секретары Альбина Ҡасимханова менән һөйләштек. Уның белдереүе буйынса, әлегә аныҡ ҡына хаҡтар билдәләнмәгән икән. «15 ноябрҙәр тирәһендә генә билдәле була. Интернетта яҡынса сумма ғына күрһәтелгән бит», - тине ул. «Йортта нисә кеше теркәлгән, шуларҙың барыһы ла түләргә тейешле була. Әгәр кеше был йортта теркәүҙә тороп та, ҡайҙалыр икенсе ерҙә йәшәй икән, ул кеше йәшәгән урынын күрһәткән справка алып килеп дәлилләй һәм түләүҙән азат ителә. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләргә, тулы булмаған ғаиләләргә 15%, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға 18%, башҡа төр категория граждандарға — 20 % ташлама ҡаралған. Субсидия алырға ла була. Бындай справкалар алыу өсөн МФЦ-ға йәки социаль үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ. Яңы коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләү ҡағыҙҙары Башҡортостан халҡына февраль айында электр энергияһы квитанцияһында килә башлаясаҡ. Электр уты өсөн түләгән кеүек почта йә почтальондар аша ла түләргә буласаҡ. Ваҡытында түләмәгән осраҡта пеняһы артасаҡ.