Ишәгемә ултырып, Яҡупҡа китеп барам. Маяҡлы (Маячное) ауылы янында Николай ауылы тәңгәлендә юл төҙөлөштәре тигән билдә ҡуйылған. Бәййй, мин әйтәм, был ерҙе лә бик тиҙ генә төҙәтмәкселәр икән. Ике-өс көндән тағы юл төштө. Ҡараһам, билдәләр алынған. Быны нисек аңларға белмәй аптырап ҡалдым. Ишәгемде ағасҡа бәйләп теге билдәләрҙе эҙләйем. Юҡ, таба алманым, әй. Бер әбей килеп сыҡты:
- Бәй, Хужа Насретдин, нимә эҙләйһең? - ти. Мин әйтәм:
- Ошонда билдә бар ине юл төҙәтелә тип, шуны эҙләйем. Юл бит төҙөкләндерелмәгән, - тием. Әбейем:
- Хужа дуҫым, эҙләмә, уны алып киттеләр бит.
- Уны бит Радий Фәрит улы килә тигәнгә генә ҡуйғайнылар. Ә ул килмәне. Вәт!!!
Аптырап, ишәгемә ултырып, тағы китеп барҙым. Йәл, Радий улым, нишләп кенә килмәнең инде, исмаһам, ишәгем менән фотоға төшөп булһа ла ҡалыр инем шул билдә төбөндә. Бик көткәйнем.