Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
16 Ноября 2018, 12:12

ЯЛЫУҘАР АРТЫНАН ЯУАПТАРЫ ЛА КИЛЕП ЕТӘ

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа төрлө проблемалар менән мөрәжәғәт итеү һаман да дауам итә.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа төрлө проблемалар менән мөрәжәғәт итеү һаман да дауам итә.


Көйөргәҙе районы буйынса Радий Фәрит улына тағы бер ялыу төштө. «Хөрмәтле Радий Хәбиров! Бынан да етдирәк һорауҙар булыуын аңлап торам, шулай ҙа, үҙем ауыл кешеһе булараҡ, һеҙҙең ауыл уттарына иғтибар итеүегеҙҙе теләйем. Беҙҙең Ҡансыра ауылының Үҙәк, Таһир Имаков, Ҡансыра урамдарында фонарҙар бөтөнләй юҡ. Шәбағыш ауыл советына мөрәжәғәт иттек, әммә бер ниндәй ҙә файҙа булманы. Ҡыш етеп килә, урамда ҡараңғы һәм ҡурҡыныс. Күптәр эштән йә уҡыуҙан һуң ҡайталар. Һеҙҙең яҡтан ярҙам булырына беҙ ныҡ ышанабыҙ», - тиелә был хатта.

Был ялыуға район хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура һәм тормош тәьминәте һорауҙары буйынса урынбаҫары Ринат Ирек улы Килдебаев яуап бирә:

- Көйөргәҙе районының Ҡансыра ауылында иң беренселәрҙән булып, йәғни 2012 йылда уҡ, урамдарға свет үткәрелде. Бөгөнгө көндә 80 йортҡа 20 фонарь янып тора. Фонарҙар 3 йорт аша урынлаштырылған. Ауыл халҡынан бер ниндәй ҙә ялыу килгәне булманы. Аҙна һайын лампочкаларҙы тикшереп, лампаларҙы алыштырыу йәки ремонтлау эштәрен башҡарыусы энерготехсервисҡа заявка ебәреп торабыҙ. Әле 18.00-дән 24.00-гә һәм иртән 6.00-дән 8.00 сәғәткә тиклем уттар яна.

Күмертауҙа ла проблемалар етерлек. Ҡалала күтәрелгән бер яҙманы Республика Башлығы күреп ҡалған. Унда Күмертауҙа фонарҙарҙы һуң ҡабыҙалар, ә ҡараңғы иртә төшә, иртән урам уттарын бик иртә һүндерәләр, тигән ризаһыҙлыҡ белдергәндәр. Был һорау шунда уҡ хәл ителгән һәм икенсе көндән алып урамды яҡтыртыу графигы үҙгәртелгән. Хәҙер урамдағы уттар сәғәт төнгө 1.00-дән алып 5.00-гә тиклем ваҡытта ғына яҡтыртылмаясаҡ.

Күмертауҙың балалар баҡсаһында ла проблемалар етәрлек икән. Бына «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында, мәҫәлән. «Бында балаларға ашатҡан аҙыҡтары шәптән түгел. Кескәйҙәрҙең емеш-еләкте күргәне лә юҡ. Хатта, уйынсыҡтар етмәй, ата-әсәләр уларҙы өйҙәренән үҙҙәре ташый. Уйын майҙансыҡтарын күрһәгеҙ ине, ҡот осҡос улар. Верандалары иҫкереп, ҡыйшайып бөткән, тик ҡала хакимиәтенең был балалар баҡсаһында эше лә юҡ», - тип яҙалар интернет селтәрендә.

Был ялыуға яуап: «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһын «Мәктәп-ара туҡланыу комбинаты» ашата, менюлары СанПин нормаларына тап килә. Уйынсыҡтар бар, ишек алдында ла барыһы ла һәйбәт - уйнар урындары шәп, күләгә өсөн навестар ҡуйылған. Ҡала башлығы Борис Беляев был һорауға: «Әле Мәскәүҙәмен, ҡайтҡас үҙем барып ҡарайым», - тигән.

Материал гәзиткә сығыр алдынан билдәле булды, «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһын Борис Владимирович ҡарап сыҡҡан, төркөмдәр торошон да, балалар баҡсаһы территорияһын да күҙҙән үткәргән. «Уйынсыҡтар бар, балалар йылыла, һәйбәт ашаталар. Икенсе йыл баҡсаның кәртәләрен яңыртасаҡбыҙ, кергән ерен ремонтлаясаҡбыҙ», - тигән яуап бирә ул.

Күмертау буйынса сираттағы тағы бер проблема хасил булды. Күптән түгел «Комсомольская правда»ла Күмертау ТЭЦ-ы хаҡында уҡып, шаңҡып ҡалдым. Ошо ҡала кешеһе булараҡ мине бер нәмә ныҡ аптырата, нисек инде беҙ үҙебеҙҙең ТЭЦ була тороп, республикалағы башҡа ерҙәргә ҡарағанда йылылыҡ өсөн күберәк түләйбеҙ. Етмәһә, беҙҙең ТЭЦ аша Башҡортостандың Көньяғы йылына. Ошо проблемаға ла иғтибар йәлеп ителһә ине. Был турала интернет селтәрҙәрендә лә күп яҙалар. Ситтә ҡалмайыҡ, бәлки, берәй файҙаһы булыр», - тиелә.

Ҡала хакимиәте был һорауға түбәндәгесә яуап бирә:

- Түләүҙәр тариф буйынса. БР буйынса ул иң түбәне. Һәр ваҡыт база түбән булды. Йыл да иҡтисади нигеҙгә яҡынлаштырып торабыҙ. Йылылыҡ өсөн түләү хаҡтарының йыл да 14%-ҡа артып тороуы һиҙелә. Тағы ла 2 йыл ошо ритмда эшләргә тура киләсәк. Тариф бәләкәй булыу сәбәпле, халыҡтан алып еткерелмәгән аҡсалар байтаҡ. 2018 йылда ул 140 млн. һум тәшкил итһә, 2019 йылда был сумма 100 млн. һум буласаҡ. Артабан инде тигеҙләштерәсәкбеҙ. Ҡыйын икәнен аңлайым, әммә башҡаса бер нисек тә килеп сыҡмай.
Читайте нас: