Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
15 Января 2019, 12:15

ДЕПУТАТ АСЫҠЛЫҠ ИНДЕРӘ

«Күптәр яңы 2019-сы йылды түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Кемгәлер байрам, кемгәлер сәбәп, «һуғып» алырға. Шулай ҙа, кемдәрҙер уны икенсе нәмәһе өсөн дә көтөп алды. Йәнәһе лә, яңы йыл тыуыу менән, урманға «сухарь»ға (йығылған, ҡороған ағас) сығып китә. Китте, ти, ана бара. Һүҙ «О заготовке валежника» тигән закон тураһында.

«Юшатыр» гәзите төркөмөнә Бөрйәндән ошо хатты ебәргәндәр:


«Күптәр яңы 2019-сы йылды түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Кемгәлер байрам, кемгәлер сәбәп, «һуғып» алырға. Шулай ҙа, кемдәрҙер уны икенсе нәмәһе өсөн дә көтөп алды. Йәнәһе лә, яңы йыл тыуыу менән, урманға «сухарь»ға (йығылған, ҡороған ағас) сығып китә. Китте, ти, ана бара. Һүҙ «О заготовке валежника» тигән закон тураһында.

Ауылда йәшәгәс, утын әҙерләмәйенсә булмай. Урман араһында йәшәп, шул утынды әҙерләп алыуы нисек ҡыйын икәнен әҙҙәр генә аңламайҙыр ул. Әлеге закон сыҡҡас, күптәр татлы хыялдарға батып киткәйне. Әһә, тракторҙы ҡабыҙып алам да, урманға барып кәрәген биреп сухарь тейәп ҡайтам, тиеп. Ләкин депутатыбыҙ Зариф Байғусҡаров арҡылы ҡабул ителгән закон быны рөхсәт итмәй булып сыҡты.

Асыҡлап үтәйек, «валежник»ка нимә инергә мөмкин, һанап үтәйем: ерҙә ятҡан ағастың олон-тамырҙары, ботаҡтары, сыбыҡтар, ҡороған ағастарҙың һәлберәшеп торған ботаҡ-сыбыҡтары, тубырсыҡ, төрлө бөжәк, тумыртҡаның эшмәкәрлегенән ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡтар, ҡар һындырған ботаҡтар инә. Һәр хәлдә законда шулай тип яҙылған. Шуныһы ҡыҙыҡ, һин уларҙы йыйып ҡына алырға тейешһең. Бысырға, балта менән сабырға тейеш түгелһең. Йәғни, эргәңдә, ҡулыңда бысҡы, балта булырға тейеш түгел. Лесник күрмәгәндә һындырып алырға, бәлки, мөмкиндер, уныһы законда күренмәй. Ҡороған ағасты төртөп, һөйрәп йығырға ла рөхсәт ителмәй. Төбөнә ултырып йығылырын көтәһе генә ҡала. Үҙең йығылып ятмаһаң. Йәнә лә бер нәмәһе бар. Әгәр ҙә, һин урманға валежник йыйырға уйлап китһәң, бер көн алдан лесникка барып:

- .... ағай, мин иртәгә урманға ботаҡ-сатаҡ йыя барам, фатихаңдымы унда, кемеңде бирәһеңме!?- тиеп әйтергә тейеш булаһың. Фатихаһын бирһә генә, иртәгәһенә урманға сығып китә алаһың.

Ярай, закон менән әҙерәк танышып киттек, ти. Кемдәрҙер иртәгә лесниктан фатихаһын барып һорарға уйлап китеүе бар. Туҡтап тороғоҙ. Ул ботаҡты реестрға ингән лесничестволарҙан ғына алырға мөмкин. Бөрйән районында өс лесничествонан ғына алырға рөхсәт бирелгән. Уныһы ла иҫәпле генә, районға йәмғеһе - 653 м.куб. 1 гектарҙан 1 кубометр. Рөхсәт ителгән лесничестволар: Бетерә, Ғәҙелгәрәй һәм Көньяҡ Үҙән. Бына шундай хәлдәр йәмәғәт. Кемдәрҙер шарт кикереп ҡаҙыһын ҡушып ит ашай, майҙа йөҙҙөрөп һалма һоғона. Кемдәрҙер ҡатҡан икмәк кимерә. Уныһы ла булмай китә ҡай саҡта».

Гәзиттең төркөмөндә был хат донъя күргәс, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа үҙҙәренең фекерҙәрен әйтергә ашыҡты.

Зимфира Вәлиева, Түбәнге Бабалар:

- Беҙҙең хөкүмәт ауыл халҡын ауылдан ҡыуып ебәрер өсөн барыһын да эшләй кеүек. Мин үҙем Белорет районынан, шул сыбыҡ-сабыҡ йыйған өсөн штраф һалғандарын әле лә хәтерләйем. Хәҙер ана баҡса үҫтергән өсөн дә һалым һалмаҡсылар. Был закондарҙың барыһын да үҙебеҙ һайлаған депутаттар сығарамы?

Вил Хәмитов, Күмертау:

- Хәҙер урманға балтаһыҙ, балыҡҡа ҡармаҡһыҙ барырға була.

Лилиә Килмәтова, Өфө:

- Ауыҙ тултырып маҡтап һайлауҙарҙа һайлап алған иптәштәребеҙ күҙгә ҡарап, матур итеп һөйләп, оҫта итеп фотоларға төшөп, беҙҙең файҙаға шартлатып закондарын сығарып, ҡыуандырып, тик яталар. Көн һайын таң атыуға яңы закон шалт. Иҫән-имен таң ғына атһын.

Мәмдүҙә Ғарипова:

- Йомшаҡ һөйләп, ҡатыға шап итеп ултырталар.

Рауил Исҡужин:

- Йоҡлап ултырған депутаттарҙы ҡыҫҡартырға, тигән закон сығарһалар, шәп булыр ине.

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров интернет селтәрен күҙәтеп бара, һәр ваҡыт үҙенең яңылыҡтары, фекерҙәре менән дә бүлешә. Бөрйән районы төркөмөндә барған был ығы-зығыға ул да битараф ҡалманы һәм БР Урман хужалығы министры менән осрашып, һәр бер проблема буйынса кәңәшләшеп, халыҡты борсоған түбәндәге һорауҙарға тулы яуап бирҙе.

1. Нимә ул «валежник»?

- Ул елгә йә ҡар ауырлығынан ауған, ҡороған йә төрлө сирҙән ергә йығылған ағастар.

2. Йығылған ағастарҙы йыйыу өсөн кемдән рөхсәт һорарға?

- Йығылған ағастарҙы йыйыу өсөн рөхсәт алыу кәрәкмәй.

3. Ҡоро ағастарҙы йыйырға барған саҡта балта һәм бысҡы алырға яраймы?

- Үҙең менән бысҡы, балта алырға ярай. Уның өсөн бер ниндәй тыйыу юҡ. Йығылған ағасты алып ҡайтыу өсөн уны бер нисә өлөшкә бүлергә лә кәрәк бит.

4. Йығылған ағасты ҡайһы миҙгелдә йыйырға мөмкин?

- Уны йылдың һәр миҙгелендә лә әҙерләргә була. Әммә янғын хәүефе янаған өсөн тыйылған осорҙа ғына йыйыу тыйыла.

5. Йығылған ағасты ниндәй урмандарҙа әҙерләргә мөмкин?

- Уны барлыҡ урманда ла әҙерләргә мөмкин, тик ағас ҡырҡыу эштәре барған урында, алдан әҙерләнгән ағастар ятҡан урындарҙа ғына ярамай.

Шулай уҡ Зариф Закир улы ҡоро ағастарҙы йыйыусыларҙы бер ниндәй һылтау менән дә үҫеп ултырған ағас-ҡыуаҡтарҙы киҫмәҫкә саҡыра. Бының өсөн административ, ә ҡайһы осраҡта енәйәт эше лә ҡуҙғатылыуы мөмкин икәнлеге хаҡында иҫкәртә. «Йығылған ағастарҙың ботаҡтарын да урманда ҡалдырмағыҙ. Улар сүп-сар булып ята һәм янғын ҡурҡынысы менән янай. Ауылда йәшәгән кеше өсөн был закон кәрәк, тип уйлайым. Йығылған ағас уларға утын өсөн генә түгел, ә бағана булараҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн дә талап ителә. Әгәр ҙә закон үтәлеше буйынса ҡаршылыҡтар килеп сыҡһа, ошо адрес буйынса миңә хәбәр итегеҙ: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы,17», - ти ул.

Көйөргәҙе районында ҡороған ағастарҙы йыйыу эше нисек ойоштороласаҡ, ҡайһы ерҙәрҙә уны йыйыу мөмкин буласаҡ, бының менән кемдәр шөғөлләнәсәк, тигән һорауҙар менән Көйөргәҙе урмансылыҡ участкаһы урман инспекторы Миңлегөл Илгилдинаға ла мөрәжәғәт итттек.

- Был закон буйынса әлегә асыҡланмаған һорауҙар бик күп. Аныҡ ҡына яуап биреүселәр юҡ. Береһе бер төрлө, икенсеһе икенсе төрлө һөйләй. Бер аҙ ваҡыт үткәс кенә, тулы яуап бирә алырбыҙ. Беҙгә ебәрелгән документтарҙың береһендә лә, ҡороған ағастарҙы бушлай алырға ярай, тигән яҙыу күренмәй. Бер закон икенсеһенә ҡапма-ҡаршы килеү осраҡтары ла күҙәтелә. Беҙҙең районда был эште кем контролдә тотор ҙа, кем күҙәтер икән? Районда бер генә лә урман ҡарауылсыһы ҡалманы бит, бөтәһен дә ҡыҫҡартып бөттөләр. Йығылған ағасты йыйыу урындары картаһы әҙер. Йығылған ағас йыябыҙ тип, үҫеп ултырғандарын да ҡырҡыусылар күбәйеү ҡурҡынысы ла бар, урманға инер өсөн һәр кемгә рөхсәт бирелде бит, - ти Миңлегөл Ҡорбан ҡыҙы.

Шулай итеп, бер яҡтан ҡараһаң, барыһы ла бик ябай, аңлашыла кеүек, икенсе яҡтан ҡараһаң, бөтә нәмә ҡатмарлаштырылған, аңлайышһыҙ тойола. Был ҡоро-һары ағастарҙы йыйыу проблемаһына тағы бер әйләнеп ҡайтырға ла тура килер, моғайын.
Читайте нас: