Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
22 Января 2019, 10:57

ШАҠ ҠАТТЫ ХАЛЫҠ

Тыныс ҡына йәшәп ята һымаҡ инек, тотороҡлоҡ тигәненә күнектек, әйләнгән һайын йә тегеңә, йә быға хаҡты күтәрә торалар икәненә лә өйрәндек, һәр кем булдыра алғанса тырмашып йәшәп ята инек.

ҠЫРМЫҪҠА ИЛӘҮЕНӘ ТАЯҠ ТЫҠҠАНДАЙ

Тыныс ҡына йәшәп ята һымаҡ инек, тотороҡлоҡ тигәненә күнектек, әйләнгән һайын йә тегеңә, йә быға хаҡты күтәрә торалар икәненә лә өйрәндек, һәр кем булдыра алғанса тырмашып йәшәп ята инек. Аҙаҡҡы бер нисә көндә Күмертау халҡы ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандай геүләне лә китте - йылылыҡ өсөн «перерасчет» тигән нәмә килгән, йылы һатыусылар һәр фатирҙан 1 меңдән алып 6 мең һумға тиклем аҡса һыпырмаҡсылар. Шаҡ ҡатты халыҡ, хатта бер әбей квитанцияны күргәс, ҡан баҫымы күтәрелеп үҙен тиҙ ярҙам машинаһы алып киткән, тиҙәр.

ХАТТАР ОСТО

Барыһы ла шунда уҡ ялыу яҙа башланы. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ла, ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляевҡа ла осто хаттар. Аҡылдан шаштығыҙмы, һаман туймайһығыҙмы, күпме була түҙергә, революция көтәһегеҙме, ТЭЦ газ яҡмай, тупраҡ яға. Етмәһә, металлолом хаҡына ғына һатып алдылар ТЭЦ-ты. Хәҙер беҙҙе тереләй һуйырға булдылармы, тип гөж килеп үҙҙәренең ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә ҡала халҡы.

Валентина Осокина Р. Хәбировҡа бына нимәләр яҙа:

- Күмертау ҡалаһы халҡы йылылыҡ өсөн түләү хаҡтарының ныҡ юғары булыуы тураһында зарлана. Теге айҙа йылылыҡ өсөн 1100 һум түләһәк, был айға 3100 һум килгән. Әсәйемдеке 900 һум урынына 1800 килгән. Ҡайһы берәүҙәрҙеке тағы ла күберәк. Күмертау йылылыҡ селтәре бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәй. Ни өсөн хаҡтар ҡапыл шулай күтәрелгән һуң?

Елена Мөхсинова уға түбәндәгеләрҙе өҫтәгән:

- Мин дә Күмертауҙа йәшәйем. Квитанция килде. Унда йылылыҡ өсөн түләү 2 тапҡырҙан да күберәк. 1300 һум ине элек, хәҙер 2900 һум. Мин үҙем декретта. Бөтә ерҙә лә беҙ ТОР (үҫеше алға киткән территория), яҡшы йәшәй башланыҡ, тип ҡысҡырһалар ҙа, ирем бер ҙә генә яҡшы эш таба алмай. Ҡалала лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булған эш юҡ. Әммә коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтар үҫкәндән-үҫә бара. Нимә һуң был?! Ҡала халҡының күптәре ғаиләләрен тәьмин итә алмай. Барлыҡ тиерлек ирҙәр нисек тә аҡса эшләү теләге менән, ғаиләләрен ярты йыллап күрмәйенсә Себер тарафтарында йөрөй.

ЯУАП ОҘАҠ КӨТТӨРМӘНЕ

Радий Хәбировтың битләүендә ошоноң кеүек ялыуҙар күренгәс, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев оҙаҡ көттөрмәй яуап бирҙе:

- 2019 йылдың ғинуар айының квитанцияларындағы йылылыҡ өсөн түләүҙең ныҡ ҡына артыуы 2018 йылға йылылыҡ өсөн дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары (ОДПУ) күрһәткестәре буйынса яңынан иҫәпләү (перерасчет-доначисление) менән бәйле. 2018 йылда йылылыҡ өсөн түләү 2017 йылда приборҙар күрһәткән тариф буйынса түләнек. 2017 йылдың йылылыҡ биреү миҙгелендә уртаса температура -4,8 градус булһа, 2018 йылда уртаса температура -6,3 градус булған. Шуға ярашлы 2018 йылда күп ҡатлы йортта йәшәүселәр күберәк йылылыҡ энергияһы ҡулланған булып сыға. Был турала иҫәпләүҙәр күрһәтә һәм шуның өсөн дә яңынан иҫәпләү үткәрелә. 2019 йылдың ғинуарынан йылылыҡ өсөн айлыҡ түләү хаҡы НДС менән бәйле рәүештә артасаҡ. Белеүегеҙсә, 2019 йылдың 1 ғинуарынан һалым 18-20 процентҡа күтәрелә.

Халыҡтың ТЭЦ газ яҡмай бит, тигән һорауына ла яуап ошолай яңғырай: «Күмертау ТЭЦ-ының төп яғыулыҡ сығанағы «Газпром межрегионгаз Уфа» йәмғиәтенән алынған — тәбиғи газ».

ЯУАП ҠӘНӘҒӘТЛӘНДЕРМӘЙ

Ҡала башлығының был яуабы ғына халыҡты ҡәнәғәтләндермәне. Борис Беляевтың «Вконтакте»лағы битләүендә йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең күпкә артыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр бермә-бер арта ғына бара. Кемгәлер 600 һум ғына артып килгән, ә ҡайһы берәүҙәргә 5 мең һумдан ашыуыраҡҡа артығыраҡ түләү ҡағыҙы ебәрелгән. Барыһы ла быны аңлатыуҙарын һорап яҙа. Аптырағас, Борис Беляев халыҡҡа: «Хөрмәтле күмертауҙар! Яңынан иҫәпләү буйынса һеҙҙең ризаһыҙлығығыҙҙы аңлайым. Иртәгә, йәғни дүшәмбе көндө, хәлде асыҡларға тырышырбыҙ, депутаттарҙы ла был эшкә йәлеп итербеҙ, махсус комиссия төҙөп, һәр бер йорт буйынса тикшереү ойошторасаҡбыҙ. Бәлки, яңынан иҫәпләгән саҡта хаталар киткәндер», - тигән яуап бирҙе.

ХАЛЫҠ АҢЛАТЫУ ТАЛАП ИТӘ

Кисә «Жилкомсервис»та халыҡ шығырым тулы ине. Бухгалтерҙар ултырған бүлмәгә яҡын да барырлыҡ түгел. Бында күберәк оло йәштәге кешеләр күренә. Ҡайҙан алып ҡайҙа ҡуяйым тигән, былай ҙа бәләкәй генә пенсияларынан бындай ҙур сумманы уларҙың түләй алмаясағы көн кеүек асыҡ. Ошо хаҡтарҙы яҙып, квитанция ебәреүселәрҙең күҙенә ҡарайым, тип килгәндәрҙер барыһы ла. Сиратта тороусыларҙан: «Бындай ғәҙелһеҙлеккә күпме түҙергә була, әйҙәгеҙ күмәкләшеп ТЭЦ-тың үҙенә барайыҡ», - тигән хәбәр ишетелеп ҡалды. Икенселәре: «ТЭЦ-та беҙгә бер нәмә лә әйтмәйәсәктәр, әйҙәгеҙ ҡала хакимиәтенә, прокуратураға барайыҡ», - тигән тәҡдим индерә. Ғөмүмән әйткәндә, гөж киләләр, проблеманы нисек тә хәл итергә тырышалар.

ТЫНЛЫҠ ИҒЛАН ИТЕЛДЕ

Ҡала хакимиәтендә аҙна һайын дүшәмбе иртәһендә үткәрелгән оперативка ла ошо проблеманан башланып китте. Оперативка тамамланыу менән, йылылыҡ өсөн хаҡты яңынан иҫәпләү буйынса эш комиссияһы кәңәшмәгә йыйылды. Кәңәшмәлә төрлө тәҡдимдәр ишетелде. «Әйҙәгеҙ был сумманы туңдырайыҡ та, берәй ниндәй ысулын табып, был 24 млн һум бурысты ҡапларбыҙ», - тип тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Бер сәғәт буйы шулай итеп кәңәшләшкәс, әлегә дөйөм бер фекергә килә алмайынса, 1 февралгә тиклем тынлыҡ иғлан итергә булдылар. Шулай итеп, яңынан иҫәпләп сығарып, тикшереүҙәр үткәргәнсе, квартплатаның йылылыҡ өсөн килгән шул өҫтәмә суммаһын әлегә түләмәй торорға кәңәш ителә.

ХАКИМИӘТКӘ ЛӘ КИЛДЕЛӘР

Эш комиссияһы бер сәғәт буйы кәңәшләшкәнсе, хакимиәт бинаһына ҡулдарындағы квитанцияларын болғай-болғай 40-тан ашыу кеше йыйылып киткәйне. Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев улар менән осрашып, хәлде аңлатырға тырышты. Бында килгән халыҡты ул: «Һәр бер фактты тикшерәсәкбеҙ. Был тикшереүҙәрҙә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәре лә ҡатнашырға тейеш», - тип тынысландырып, домкомдарҙы бергә эшләргә саҡырҙы.

БЕҘҘЕ ЛӘ БӘХЕТЛЕ ИТМӘҪТӘРМЕ?

Ишеткәнһегеҙҙер инде, яңыраҡ ҡына Чечен Республикаһының газ өсөн йыйылған 9 миллиард һум бурысын «списать» иттеләр. Юҡһа, социаль көсөргәнеш тыуҙырыуы ихтимал был бурыстар, тип аңлата суд үҙенең был ҡарарын. Бурыстарҙы уларҙың сроктары үтеп киткәне өсөн алып булмай, тип тә һылтанма яһаған закон эйәләре. Беҙҙә лә йыйылған бурыстар социаль көсөргәнеште ныҡ тыуҙыра, бигерәк тә, өйҙә. Ҡатын ире менән талашырға тотона, балалар илаша-ҡысҡырыша. Бер-береңә табан уҡлау, таба, ҡаҙ түшкәһе (яңы ғына Хәйбуллала бер ир ҡатынын ҡаҙ түшкәһе менән туҡмап үлтерҙе) оса башлай. Берәй ҡасан берәйһе йыйылып киткән бурыстарың юҡҡа сыҡты, тип ҡапыл килеп әйтһә, беҙҙе ҡалай бәхетле яһарҙар ине лә бит. Тик бындай бәхетте, ҡыҙғанысҡа, беҙгә төштә генә күрергә яҙғандыр. Ә бына Чечен Республикаһы халҡы был яҡтан бәхетле. Улар быны өнөндә күрә. Беҙҙең бурыстарҙы ла шулай һыҙып ташлап булмаҫмы икән? Беҙҙе лә бәхетле итмәҫтәрме?

БЕҘ КЕМДӘН КӘМ?

Чечен Республикаһына газ өсөн бурыстарын ғәфү иткәстәр, депутаттар бер-бер артлы газ өсөн бурыстарҙы «списать» итергә һорап мөрәжәғәт итә башланы. Сыуаш республикаһы Дәүләт советы депутаты К. Степанов халыҡтың газ өсөн бурысын ғәфү итеүҙәрен һорап прокуратураға яҙған. «Беҙ кемдән кәм һуң?» - тигән һорау ҡуя ул. 2018 йылдың 3-сө кварталында уларҙың бурысы 3 млрд һум тирәһе булған. Ошондай уҡ үтенес менән шулай уҡ Смоленск, Липецк өлкәләре Думаһы депутаттары ла мөрәжәғәтнамә яҙған. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Д. Ионин Свердлов өлкәһе халҡының йылылыҡ өсөн бурысын ҡаплауҙарын һорай. Красноярск крайы депутаты барыһын да уҙҙырып ебәреп, ЖКХ өсөн генә түгел, ә кредиттар буйынса ла бурыстарҙы ғәфү итһендәр тигән тәҡдим индерҙе. «Коммуналка өсөн миллардлы бурыстар халыҡтың хәйерселектә йәшәүенән генә килеп сыға» - ти ул. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Д. Чувилин да прокуратураға газ өсөн бурыстарҙы ҡаплауҙарын һорап мөрәжәғәт иткән. Ул закондар барыһына ла тигеҙ булырға тейеш, ти һәм ғәҙеллек булырына ышана. Ысынлап та, ә беҙ кемдән кәм һуң?..
Читайте нас: