Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
1 Февраля 2019, 12:54

БЕҘҘЕҢ РЕСПУБЛИКАЛА УРЫН ЮҠ!

Ялған араҡы, көмөшкә һатыу, эскелек менән көрәш проблемаһы бер ҡасан да үҙенең актуаллеген юғалтҡаны юҡ. Бындайҙар менән ҡасандан бирле һәм нисек кенә көрәшеп ҡарамайҙар, әммә бер фәтүә сығарып булғаны юҡ. Күптән түгел генә Учалыла булған ҡот осҡос ваҡиғалар ҙа шул эскелек менән бәйле ине.

Ялған араҡы, көмөшкә һатыу, эскелек менән көрәш проблемаһы бер ҡасан да үҙенең актуаллеген юғалтҡаны юҡ. Бындайҙар менән ҡасандан бирле һәм нисек кенә көрәшеп ҡарамайҙар, әммә бер фәтүә сығарып булғаны юҡ. Күптән түгел генә Учалыла булған ҡот осҡос ваҡиғалар ҙа шул эскелек менән бәйле ине.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров прокурорҙар алдына сертификаты булмаған алкоголь продукцияһын рөхсәтһеҙ һатыуға ҡаршы көрәште көсәйтеү бурысын ҡуйҙы. Республика прокуратураһының киңәйтелгән коллегияһында төбәк етәксеһе уҙған аҙналағы уҡыуҙа ауыл биләмәләре башлыҡтарының ялған алкоголдең һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүе хаҡында әсенеп һөйләүен әйтеп үтте.

«Был афәт халыҡтың эшләү һәләтенә һәм ғүмеренә, ғаилә именлегенә ҙур хәүеф менән янай. Халҡыбыҙға ҡарата геноцидты туҡтатырға кәрәк, быны башҡаса атап булмай. Прокуратура, көс органдарының контрафактҡа юл ҡуймау буйынса ҡаты саралар әҙерләүен, барлыҡ муниципалитеттарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙа тәртип урынлаштырыуын һорайым», — тине Радий Фәрит улы.

Республика етәксеһе Әбйәлил районын миҫалға килтерҙе. Унда тәүлек әйләнәһенә биш литрлыҡ канистр менән спиртҡа оҡшаған шыйыҡлыҡ һатҡан 248 нөктә асыҡланған. Халыҡ ағыулана, ә өлкәндәр хатта пенсияларын бер ай алдан һалып ҡуя. Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров Радий Хәбировтың һүҙҙәрен хупланы һәм ошо йүнәлештәге эште көсәйтеү тураһында күп тапҡыр һүҙ алып барылыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, урындарҙа прокурорҙарға башҡа хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарындағы коллегалары менән яҙышып ҡына түгел, ә күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшергә һәм ошо яуызлыҡҡа ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк.

Ошо һүҙҙәр артынса, башҡарылған эштәр ҙә күренде. Социаль селтәрҙәрҙә Радий Фәрит улы Әбйәлил районында 1 тәүлек эсендә генә 58 урынды тикшереп, 13 йәшерен һатыу нөктәләре асыҡланыуы хаҡында белдерә.

- Был әле башы ғына. Яҡын арала спиртлы шыйыҡса һатыусы барлыҡ әҙәмдәргә профилактика үткәрәсәкбеҙ. Бәләкәй генә булһа ла, һәр ауылға барып етәсәкбеҙ. Бындай «бизнесмен»дар геноцид менән шөғөлләнә. Алдан әйтеп ҡуям, үҙегеҙҙе йәлләтергә тырышмағыҙ, был файҙаһыҙ. Үлем менән һатыу итеүҙе хәҙер үк туҡтатыу кәрәк. Әгәр туғандарығыҙ йәки дуҫтарығыҙ ошо эш менән шөғөлләнә икән, зинһар, уларға был турала хәбәр итегеҙ. Оялмайынса күҙҙәренә ҡарап тороп, үҙҙәренең күршеләрен үлем тоҙағына дусар итеүселәргә беҙҙең республикала урын юҡ, - ти Радий Хәбиров.

Хәҙер кешеләр ҙә алйот түгел шул, бер ҙә генә ваҡыт уҙғарып, көмөшкә ҡойоп ултырмай. Ҡаланан, ҡайҙандыр урынын белеп, араҡыға оҡшаған спиртлы шыйыҡса һатып алып ҡайта ла, хаҡын өсләтә арттырып, рәхәтләнеп һатыу итә. Литр ярымды 100 һумға һатып алһа, ауылға алып ҡайтып, уның ярты литрын 100-150 һум менән осора. Бындай юл менән байығырға теләүселәр менән һәр ауыл, ҡала тулған. Улар тураһында бар кеше тиерлек белә. Бына Күмертауҙы ғына алып ҡараһаҡ, ҡайһы адрес буйынса һаталар икәнен урамда туп тибеп йөрөүсе малай-шалайға тиклем белә, тик нишләптер хоҡуҡ һаҡлаусы органдар ғына бер ни белмәй. Әллә белергә теләмәйме? Үлем менән һатыу итеүселәргә көрәш асылды, ныҡ ҡына тотондолар былай. Был юлы фәтүә сығыр, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: