Ермолаеволағы «Рамаҙан» мәсетендә эскеселек, ялған араҡы һатыусыларға көрәш темаһы буйынса район имамдарының форумы уҙҙы. Был сарала 15-ләп дин әһеле ҡатнашты.
Форумды асып, «Рамаҙан» мәсетенең имам-хатибы Азат хәҙрәт Хәлилов эскелектең нимәгә килтереүе хаҡында һөйләп үтте һәм был турала фәһемле видеофильм да күрһәтте.
- Эскелеккә, ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәш башларға тейешбеҙ. Был турала Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ялҡынлы телмәр менән сығыш яһаны. Ҡайҙа ялған араҡы, көмөшкә һатыусылар тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, - тине ул.
Уның һүҙҙәрен дауам итеп, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова:
- Хөрмәтле имамдар, һеҙ район хакимиәтенең һәм ауыл советы хакимиәтенең ҙур ярҙамсылары, уң ҡулы. Бала донъяға ауаз һалғас, исем ҡушыусылар ҙа, кеше мәрхүм булғас, уларға йыназа ҡылыусылар ҙа һеҙ. Һеҙ — ауылда иң мөһим кешеләр, халыҡ алдында абруйығыҙ ҙур. Эсеү менән күп мауыҡҡан кешеләрҙе лә ситкә типмәй, уларҙы Ҡөрьән аштарына, вәғәз уҡыған саҡта саҡырығыҙ. Бәлки, улар һеҙҙең ошо вәғәздәрегеҙҙе тыңлап, тура юлға баҫырҙар. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙа ғына вәғәз уҡып ҡалмағыҙ, гәзит аша ла халыҡҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Ошо көндән алып, һәр бер имам-хатибтың вәғәз формаһындағы сығышы гәзит биттәрендә донъя күрһә ине. Халыҡ менән аралашыуҙы шундай юҫыҡта ла башҡарыу яҡшы һөҙөмтә бирер, тип ышанам, - тине.
Шулай уҡ ул мәсеттә төрлө тыйылған әҙәбиәт һаҡларға кәрәкмәгәнлеге хаҡында иҫкәртте. Комиссияның тикшереүе, былтыр районда бындай 2 осраҡ теркәлеүе хаҡында ла әйтте, иғтибарлы булырға саҡырҙы. Сит кешеләр күренһә, шунда уҡ ФСБ-ға хәбәр итергә кәрәклеге хаҡында ла хәтергә төшөрҙө.
- Ҡайһы бер ауылдарҙа 3-4 кеше йыйыла ла, беҙгә мәсет кәрәк, тип зыҡ ҡуба. Шәхси ер участогында мәсет төҙөү ҡәтғи тыйыла. Был турала оноторға ярамай. Шәхси мәсеттәр булырға тейеш түгел. Шулай уҡ беҙгә мәсет кәрәк, тип әйтер алдынан: «Был мәсеткә йөрөүсе булырмы? Уны хеҙмәтләндерергә хәлебеҙҙән килерме?» - тигән мәсьәлә хаҡында ла уйланырға кәрәк. Мәсет төҙөр өсөн 3-4 млн һум самаһы сығым талап ителә. Уны төҙөп ҡуйғас та, ай һайын төрлө түләүҙәрен түләп барыр кәрәк. Ҙур мәсеткә нимә кәрәк, бәләкәйенә лә шул кәрәк. Беҙҙә барлыҡ түләүҙәр хәйер аҡсаһынан түләнә. Бына Илкәнәй мәсете 2006 йылдан алып төҙөлөп бөтә алмай. Бында халыҡ йөрөмәй ҙә, ярҙам да итмәй. Районда әлеге көндә ике ауылдың рәсми имамы юҡ, - тип дауам итте һүҙен Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы.
Имам-хатибтар сүп-сар өсөн түләү мәсьәләһенә лә ҡағылып: «Мәсеттә ниндәй сүп булһын ул», - тип шаулашып алдылар.
Абдул мәсете имам-хатибы Илдар Усманов:
- Балалар баҡсаһында кескәйҙәргә ғаилә тураһында рәсем төшөрөргә ҡушҡас, уларҙың күптәре һүрәттәрендә табын уртаһына шешә ултыртып ҡуйған, - тип башланы һүҙен. - Ике ҡуянды бер юлы тотоусылар күбәйеп китте: никах уҡыталар ҙа, мулла сығып китеү менән, шунда уҡ өҫтәлгә шешә килеп ҡунаҡлай. Был бит дөрөҫ түгел. Шунан күп тә үтмәй, балалары ни өсөн айырылышҡанын да белә алмай, ата-әсәләр аптырай башлай. Ауылда кемдәрҙең ялған араҡы һатҡанын мин белеп йөрөйөм, әлбиттә. Әммә уларға барып был турала әйтһәм, мин үҙем дурак булып ҡаласаҡмын. Бындай кәсеп менән шөғөлләнеүселәрҙең күҙҙәре һуҡыр, ҡолаҡтары һаңғырау. Улар Аллаһы Тәғәлә үҙенең язаһын ебәрер, тип уйламайҙар. Ундайҙарға беҙ генә тәьҫир итә алмаҫбыҙ, власть ҡаты закон сығарһын ине. Бәлки, берәрен ултыртып ҡуйһалар, башҡалары ла туҡтар. Беҙгә райондың йәштәр бүлеге менән бергә эшләргә кәрәк.
Уның был һүҙҙәренән һуң залдағылар:
- Штрафты күберәк сәпәр кәрәк ундайҙарға. Беҙҙең вәғәзде тыңлайҙар ҙа, шунда уҡ оноталар улар. Коммунистар ваҡытында халыҡ тәртипле булды, теләһә ниндәй араҡы һатыусылар булманы бер ҙә. Хәҙер полицияны саҡыртһаң, беҙ нимә эшләй алабыҙ, тиҙәр ҙә китәләр, - тигән фекерҙәрен әйтте.
- Бына Яҡуп ауылында ғына 3 магазин бар. Ул магазиндарҙың берәүһенең хужаһы кис көнө өйөнән араҡы һатып булыша. Аллаға шөкөр, йәштәребеҙ аҡыллы хәҙер. Улар, эсеү хәҙер модала түгел, ти. Шуныһы ҡыуандыра, - тип өҫтәне.
Мәмбәтҡол ауылы имам-хатибы сығып:
- Күп һүҙ — буш һүҙ. Күп һөйләргә түгел, ә ғәмәл ҡылырға кәрәк. Эскелек ғаиләнән башлана. Беҙҙең Мәмбәтҡол бәләкәй генә, әммә 3-4 йортта ошондай ялған араҡы һаталар. Элек беҙ беләгебеҙгә повязка тағып, участковыйға ярҙам итеп йөрөй торғайныҡ. Участковыйҙарҙы ла танып белә торғайныҡ. Улар ат менән елдереп килеп етәләр ине. Хәҙергеләр машинала йөрөй, әммә уларҙы күргән дә юҡ. Үҙебеҙҙең участковыйҙы танымайым да мин, әллә күпме алышындылар. Имамдарға ғына таянып эш итеп булмай. Беҙ сыщик түгел, ә Дин кешеләре, вәғәз һөйләйбеҙ. Бына яңыраҡ «Юшатыр» гәзитендә Америкала йәшәгән яҡташыбыҙ тураһында яҙҙылар. Ситтә йәшәһә лә, ул динде онотмай, намаҙ уҡый, балаларына ла шундай тәрбиә бирә. Һоҡланғыс бит. Әйҙәгеҙ күмәкләшеп йыйылып, һәр ауылда халыҡты йыйып, үҙебеҙҙең вәғәздәрҙе еткерәйек, - тигән тәҡдимдәрен индерҙе.
Яҡуп ауылы муллаһы Рамаҙан хәҙрәт Хәлилов:
- Вәғәз-нәсихәттәребеҙҙе гел генә әйтеп торайыҡ. Ул ҡасан да булһа, барыбер кешенең аңына барып етер, дөрөҫ юлға баҫтырыр, - тине.
Шулай уҡ Тимербай, Зәк-Ишмәт имамдары ла ҡыҙыу ғына телмәр тотто был сарала.
Имам-хатиптар район мәсеттәренең Күмертауға буйһоноуы, ҡала һәр эштә гел генә аяҡ салыуы хаҡында ла әйтмәй ҡалманы. Күмертау мәсетенә барһаң, ул һәр саҡ тиерлек бикле тора. Хатта, унда өйлә намаҙын уҡырға ла керә алмайбыҙ, ҡыш көнө булһа ла, мәсет янында, тышта намаҙ уҡырға тура килә. Унда дини уҡыуҙар ҙа үткәрелмәй. Дин әһелен берәй ергә саҡырһаң да килмәй, тәккәберләнә, артабан да былай йәшәп булмай, берәй сараһын күрергә кәрәк, тигән Күмертау мәсете менән ризаһыҙлыҡтарын белдерҙеләр.
Шулай итеп, форум эскелеккә, ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәш темаһына арналһа ла, бында башҡа бик күп кенә проблемалар тураһында ҡыҙыу әңгәмә барҙы. Бәлки, район имамдарына ошондай осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойоштороп торорға кәрәктер?