Сүп ташыған өсөн түләү мәсьәләһе буйынса проблемалар тамамланмай, улар әле башлана ғына тиһәң дә, дөрөҫ булыр, моғайын. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәбировҡа, башҡа етәкселәргә килгән ялыуҙарҙың да иң күбе әлеге лә баяғы сүпкә бәйле.
Интернет селтәрен күҙәтеп барһаң, һорауҙар күп: квитанциялары килде, ә сүп ташыусы күренгәне лә юҡ; әллә ҡасан инде мәрхүм булған кеше өсөн дә түләү ҡағыҙҙары килеп ятҡан; нишләп кемдер 35 һум ғына түләй, ә беҙ 70 һум?..
Кисә район хакимиәтендә Көйөргәҙе районы буйынса сүп ташыусы Күмертауҙың «Транспорт базаһы» етәксеһе Алексей Терешин менән осрашыу булды. «Беҙ Ермолаево менән Айсыуаҡтан башҡа райондың барлыҡ ауылдарын хеҙмәтләндерәсәкбеҙ. Эште 11 марттан башламаҡсыбыҙ. Ауылдарға үҙенә-үҙе тейәй торған беҙҙең машина айына 1 тапҡыр киләсәк», - тип башланы ул һүҙен. «Һеҙ ташый башлағансы сүп тауҙай өйөлөп китәсәк. Айына 1 тапҡыр әҙ ҙә инде. Ундағы сүп-сар һаҫып ятасаҡ бит», - тип залда ултырған силсәүит башлыҡтары ризаһыҙлыҡтарын белдерҙе. «Түләү хаҡына ҡарап, күберәк йөрөү килеп сыҡмаясаҡ. Бахмут силсәүите халҡы 70 һум түләй. Уларға күберәк киләсәкбеҙ. ЭСКБ-ның мәғлүмәттәре иҫке булған, шуға күрә ҡайһы бер мәрхүм булған кешеләр өсөн дә түләү ҡағыҙҙары ебәреүҙәре бар. Бындай хәл килеп сыҡһа, кешеләргә үҙҙәренә ЭСКБ-ға барыпмы, шылтыратыпмы хәл итергә тура киләсәк. Бер тапҡыр ҙа түләмәһәк, килешеүгә риза түгелде аңлата, шуға түләмәйәсәкбеҙ, тиеүселәр ҙә бар. Был дөрөҫ түгел, бурыс барыбер йыйылып барасаҡ. Нишләп сүп-сар һаҫып ятһын? Ауылда аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын ташламайҙар бит, малға бирәләр», - тигән яуап ҡайтарҙы А. Терешин. Уның был һүҙҙәренә: «Хәҙер ауылда ла мал тотоусылар аҙ ҡалды бит», - тине залдағылар. Район башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев: «Түләү ҡағыҙҙары апрель айында киләсәк. Һәр кешенән 35 һум. Сүп тейәүсе машина килгән саҡта көрәк тотоп берәү ярҙам итеп торорға ла тейеш буласаҡ», - тине. «Ә кем торһон унда?» - тигән һорау бирҙе силсәүит башлыҡтары шунда уҡ. «Әгәр ойоштора алмаһағыҙ, үҙегеҙ тораһығыҙ инде», - тигән яуап булды уларға.
Был осрашыуҙа билдәле булыуынса, һәр силсәүиткә әлегә 2-шәр контейнер алыр өсөн 70-әр мең һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ ҡайһы бер силсәүиттәр сүп-сар йыйыу өсөн 10-лап урын күрһәткән булған. Ундайҙарға: «Әлегә бәләкәй ауылдарҙа 1 урынға ғына йыйыу ҙа етә. Барыбер ҙә кешеләр араһында сүп-сар йыйыу урыны беҙгә алыҫ тип, йә киреһенсә, беҙгә бигерәк яҡын, тип һөйләнеүселәр буласаҡ», - тинеләр.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин: «Эште башлап ебәргәнсе ҡыйынлыҡтар килеп тыуасаҡ, әлбиттә. Иң мөһиме хәҙер беҙгә башлап ебәрергә кәрәк. Сходтарҙа халыҡҡа аңлатығыҙ», - тип йомғаҡланы йыйылышты.