Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
7 Марта 2019, 13:18

Саң-туҙандан ҡотолорбоҙ...

«Арбаңды ҡыш, санаңды йәй әҙерлә», - тигән халыҡ мәҡәленә таянып, БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәйгелеккә ныҡлы әҙерлек башланы.

«Арбаңды ҡыш, санаңды йәй әҙерлә», - тигән халыҡ мәҡәленә таянып, БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәйгелеккә ныҡлы әҙерлек башланы.

Радий Фәрит улына урамдарҙа саң борҡоп ятыуына ныҡ зарлана икән халыҡ. Был турала ул сираттағы оператив кәңәшмәлә: «Ҡалала саң туҙып ятыуы хаҡында бик күптән әйтеп киләм инде, хәҙер ауылдың туҙаны хаҡында һүҙ йөрөтәйек. Ауыл халҡы: «Кер йыуып, тышҡа элерлек хәл юҡ. Машиналар үтеп китһә, саң-туҙан күтәрелә, йыуып ҡуйған әйберең ҡап-ҡара була», - тип зарлана. Шуға күрә һәр ауылда асфальтлы урам булырға тейеш», - тип, «Тыуған урам» тигән яңы республика программаһын төҙөргә һәм ҡабул итергә кәрәклеге тәҡдимен индерә. «Асфальтлы урам 200-300 метр буламы, 1,5 км буламы, әммә ул булырға тейеш. Был урамдарҙан ҡатын-ҡыҙҙар әхирәттәренә туфлиҙа ғына йөрөй алыр, балалар ауыр итектәр һөйрәп йөрөмәҫ. Саң-туҙан да борҡомаҫ. Бөтә финанс яғын иҫәпләп, 2024 йылға тиклемге ошондай программаны ҡабул итергә кәрәк. Беҙ XXI быуатта йәшәйбеҙ бит. Ошоға тиклем бер урамына ла асфальт түшәлмәгән ауылдар бар. Үҙәк урамға булһа ла асфальт түшәү мотлаҡ», - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәре буйынса «Тыуған урам» программаһы буйынса ҡайһы урамға асфальт һалырға кәрәклеге хаҡында ауыл халҡы сходта үҙе хәл итергә тейешле.

Саң-туҙандан йонсоған ауыл урамдарына асфальт һалыныр ҙа, тик анау хәтле ҙур машиналарға ул асфальт күпкә сыҙамаҫ ул.

Беҙҙең районда «Тыуған урам» программаһы буйынса ниндәй эштәр планлаштырыуҙары хаҡында район хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура һәм тормош тәьминәте буйынса урынбаҫары Ринат Ирек улы Килдебаевтан белештек:

- Был программа буйынса эш әлегә башланып ҡына тора. Ҡайһы ауылда, ниндәй урамға асфальт түшәлере хаҡында әйтергә иртәрәк. Программаның талаптары буйынса үҙәк урамдарҙы, ошоға тиклем бер ваҡытта ла асфальт һалынмаған юлдарҙы исемлеккә керетергә ҡушыла. Беҙ ауыл советы хакимиәте башлыҡтары менән кәңәшләшеп, исемлек төҙөй башланыҡ. Шулай уҡ райондың ҡайһы бер ауылдарында 20-30 йыл элек асфальт юл һалынған урамдар бар. Уларҙың күптәренең асфальт юл тип әйтерлеге лә ҡалмаған. Шуға күрә, программа буйынса үтерме, юҡмы, әммә ошондай юлдарҙы ла исемлеккә индерергә уйлайбыҙ.
Читайте нас: