Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
7 Марта 2019, 13:36

Теләүселәр юҡ

Эт йылы тамамланһа ла, берәҙәк эттәр менән бәйле оло проблема бер ҙә генә тамамланырға уйламай.

Эт йылы тамамланһа ла, берәҙәк эттәр менән бәйле оло проблема бер ҙә генә тамамланырға уйламай.

Йыл һайын ниндәйҙер махсус ойошма эт аулау буйынса аукцион ота торғайны. Былтыр был эште, хатта, Өфөнән килеп башҡарғайнылар. Эттәрҙе тоталар, уның өсөн бүленгән аҡсаға отчет яһайҙар, әммә ул берәҙәктәрҙең һаны бер ҙә генә кәмемәй.

Быйылғы йылда был берәҙәк эттәр менән бәйле проблема бигерәк тә киҫкен тора. Эттәр аулау менән берәү ҙә шөғөлләнергә теләмәй икән. Ни өсөн икәнлеге тураһында иң тәүҙә район һәм ҡала ветстанция начальнигы Рәмилә Хәмит ҡыҙы Иҫәнғолованан белешеп ҡараныҡ:

- Берәҙәк эттәр проблемаһы бөтмәй инде. Халыҡтан ялыуҙар ныҡ күп килә. Бер ойошманың да аукционда ҡатнашҡыһы килмәй, был эште үҙ өҫтөнә алғыһы килмәй. Икенсе яҡтан, урамдарҙа йөрөгән эт-бесәйҙәрҙе яҡлап сығыусы «йәшелдәр» төркөмдәре был берәҙәктәр өсөн тауҙай тора.

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин да был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе:

- Быға тиклем 3-5 йыл эшләгән ойошмалар хәҙер эттәр аулау эшен башҡарырға теләмәй, сөнки уның өсөн бүленгән аҡсаны ныҡ тикшерәләр, отчеттары ҡатмарлы. Эт-бесәйҙәрҙе аулау өсөн 682 мең һум аҡса бүленә. Әле бер нисә ойошма менән һөйләшеү алып барабыҙ. Уларҙың береһе ризалығын белдерә. Шулай булғас, тиҙҙән эттәр аулаусы подрядсы билдәле буласаҡ. Ауыл советы хакимиәте башлыҡтарына эттәргә зарланыусылар байтаҡ, әлбиттә. Шулай уҡ ауыл халҡы менән дә эшләйбеҙ. Күбеһенсә, берәҙәк эттәрҙең барлыҡҡа килеүенә улар үҙҙәре үк сәбәпсе булып тора бит.

«Эт өрөп торор, бүре йөрөп торор», - тиһәләр ҙә, был берәҙәк эттәр проблемаһы тураһында күпме генә яҙһаҡ та, һөйләһәк тә, улар бер ҙә генә кәмемәй, арта ғына һәм һаман йөрөп тора.
Читайте нас: