Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
15 Марта 2019, 15:05

Түҙгәнгә түш ите

Теге донъяла нисектер (уныһын берәү ҙә әйтә алмай, унан ҡайтҡан кеше юҡ), әммә был донъяла проблемаһыҙ ғына көн иткән юҡ. Кемдәрҙеңдер, бәлки, барҙыр, әлбиттә, ләкин беҙҙең кеүек ябай халыҡтыҡы түгел.

Теге донъяла нисектер (уныһын берәү ҙә әйтә алмай, унан ҡайтҡан кеше юҡ), әммә был донъяла проблемаһыҙ ғына көн иткән юҡ. Кемдәрҙеңдер, бәлки, барҙыр, әлбиттә, ләкин беҙҙең кеүек ябай халыҡтыҡы түгел.

Барлыҡ эштәр ҙә халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләнә, тиҙәр ҙә ул, нишләптер беҙ генә уны һиҙмәйбеҙ. Тиҙҙән туҙып ятҡан сүп-сар өйөмдәренән ҡотоласаҡбыҙ тип, уны йыйған өсөн аҡса ла түләтә башланылар. Әммә ул сүп-сар йыйыусылар һаман да килеп етә алмайҙар, шикелле. Ярай, ауылдарға барып етә алмайҙарҙыр, ти, ҡаланыҡын даими ташырға була бит. Юҡ инде. Күмертауҙың ҡайһы бер йорт алдарында сүп өйөмдәре ҙурайғандан-ҙурая бара. Был турала беҙгә гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа шылтыратып әйтеп, фотоға төшөрөп ебәреп тора. Беҙ аҡса түләгән Эко-сити нишләйҙер был ваҡытта? Әллә улар аҡса йыйыу өсөн генәме икән? Аптыраҡ...

Ярай был сүп-сары бер бәлә. Ҡала халҡын да, ауыл халҡын да ғүмер буйы борсоған юлдар проблемаһы буйынса ла бер ҙә генә алға китеш юҡ. Ҡыш булһа, ҡары йонсота, яҙлы-көҙлө — батҡағы, йәйен — соҡор-саҡыры аптырата. Шулай итеп миҙгел әйләнәһенә проблема ҡабатланып тик тора. Әлеге көндә ҡалала машинаға ла, йәйәүлегә лә йөрөр йүнле юл юҡ. Был турала күмертауҙар БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ла яҙып торалар. Зөлфиә Туҡаева түбәндәгеләрҙе яҙа:

- Күмертау ҡалаһының көрт менән ҡапланған үҙәк урамдары хәҙер инде тубыҡҡа тиклем һыу һәм ҡар бутҡаһына әйләнде. Автомобилдәр һыуҙа йөҙөп йөрөйҙәр. Тубыҡтан боҙло һыу кисеп, водителдәр батҡан машиналарын сығарырға маташа. Күмертауҙарға ярҙам итегеҙсе!

Ә Наталья Киреева:

- Кисә көнө буйы урамдарҙы күҙәтеп йөрөнөм, әммә юлды таҙартыусы бер генә лә трактор күрмәнем. Был хәл бер кисә генә түгел, башҡа көндәрҙә лә ҡабатлана. Беҙҙең бәләкәй генә ҡаланы бер көн эсендә асфальтҡа тиклем таҙартып сығырға була. Тротуарҙар һәм йорт алдары тураһында әйтеп тә тормайым инде! Күҙ алдында ололар һәм балалар тубыҡҡа тиклем ҡарлы һыуға баталар! Һәр бер юл киҫешкән урында бер нисә машина буксовать итеп ултыра. Водителдәр машинаны этәбеҙ йә тәгәрмәс аҫтын көрәйбеҙ, тип һыуға бата. Әгәр ҡыш буйы ҡарҙы сығарып торһалар, бындай хәл булмаҫ ине бит. Тракторҙар төнө буйы 3 бәләкәй генә урамды таҙартып ҡуйған була. Тракторҙарҙың нисек юлды таҙартҡанын ҡарап торһаң да, аптырарһың. Йә өҫтән-мөҫтән генә үтәләр, йә кәрәкмәгән урынға тауҙай итеп ҡарҙы өйөп китәләр, - тип яҙған.

Уларға ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев яуап бирә:

- МУП ДОР көнө-төнө тротуарҙарҙы һәм автомобиль юлдарын таҙарта. Юлдарҙа һәм юл ситттәрендә машиналар күп булыу сәбәпле, көндөҙ юлдарҙы таҙартыуы ҡыйынлаша. Уңайһыҙ шарттар өсөн ғәфү үтенәбеҙ.

Районда юлдар мәсьәләһе буйынса проблема юҡ, тиерлек. Ҡалаға килгән ауыл халҡынан күп тапҡырҙар: «Беҙҙә юлдар тап-таҡыр ул. Үәт һеҙҙә юлдар алама, йөрөрлөк түгел», - тигәнде йыш ишетергә тура килә. Райондыҡылар нисектер өлгөрәләр бит юлдарҙы таҙартып! Шулай ҙа яңыраҡ интернет селтәрендә район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа Яманғол ауылына юл булмауы, шунлыҡтан балалар мәктәпкә йөрөй алмауҙарына борсолоу белдереүсе булды. Был проблема хәл ителдеме, районда юлдар менән хәлдәр нисек һәм шулай уҡ сүп-сар йыя башланылармы икәнен белеү өсөн район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаевҡа шылтыраттыҡ.

- Яманғол ауылы юлы буйынса проблема ундағы юлды таҙартыусы техниканың боҙолоуы сәбәпле килеп сыҡҡайны. Был мәсьәлә хәл ителде. Ул юлға еңел трактор ебәрерлек түгел. Ул үтә алмаясаҡ. Шуға күрә К-700-ты көтөргә тура килде. Сүп-сар мәсьәләһенә килгәндә инде, ошо аҙнаның шишәмбеһенән уны йыя башларға тейештәр ине, әммә был эш әлегә кисектерелеп торолдо, сөнки көн дә буран, көн дә ҡар яуып тик тора. Шулай ҙа ай аҙағына тиклем ауылдарҙан сүп-сар сығарыласаҡ, - тине ул.

Түҙгәнгә түш ите, тиҙәр бит. Борон халыҡ белмәй әйтмәгәндер, моғайын. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, Күмертау юлдары буйлап һыу кисһәк тә, машиналарыбыҙҙа батып ултырһаҡ та, беҙгә түҙергә генә ҡала...
Читайте нас: