Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
22 Марта 2019, 13:42

Әҙер торайыҡ

Быйылғы ҡыш ҡарға бай булды. Ҡарҙың күп булыуына игенселәр менән баҡсасылар ҡыуаналыр ҙа, әммә бының икенсе яғы ла бар — һыу ташыу ҡурҡынысы янай.

Быйылғы ҡыш ҡарға бай булды. Ҡарҙың күп булыуына игенселәр менән баҡсасылар ҡыуаналыр ҙа, әммә бының икенсе яғы ла бар — һыу ташыу ҡурҡынысы янай.

Ағиҙел йылғаһы ярҙарынан артыҡ ныҡ ташып китһә, Күмертауға ҡараған Ира ауылы халҡына ла яҙғы ташҡынға әҙер торорға кәрәк буласаҡ. Бында 90 йортта йәшәүсе 300 кешегә хәүеф янай.

Көйөргәҙе районында ла Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Пчелка, Мәмбәтҡол, Ковалевка, Бөгөлсән ауылдарының 304 йортонда көн күреүсе 776 кешегә уяу булырға тура киләсәк. Ғәҙәттә яҙғы ташҡын ваҡытында бәләкәй генә йылғалар ҙа, быуалар ҙа ҡотороп ташып китеүсән. Элекке йылдарҙы хәтергә төшөрһәк, Мораптал, Таймаҫ, Тимербай ауылдары урамдарын һыу баҫыу, йорттарға һыу инеү осраҡтары күҙәтелде. Шулай уҡ Яҡут ауылы күпере аша ла сығырлыҡ булмай торғайны. Был ауылдарҙа быйылғы йылда ла шундай уҡ хәл көтөлөүе мөмкин.

Яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре тураһында район хакимиәтендә комиссия ултырышында ла ҡыҙыу һөйләшеү уҙҙы. Комиссия рәйесе, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм мобилизация әҙерлеге секторы мөдире Андрей Бочков ташҡын хәүефен булдырмаҫ өсөн ентекле әҙерләнер кәрәклеге хаҡында аңлатыу эше алып барҙы. Шулай уҡ гидротехник ҡоролмалар буйынса инспекторҙар һөйләне. Ауыл советы хакимиәте башлыҡтары әҙерлек эштәре хаҡында отчет тотто. Район быуаларын арендаға алған хужалар ҙа 2019 йылдың һыу ташыуын хәүефһеҙ итеү өсөн ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында бәйән итте.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов сығышында быйылғы ҡарҙың күплегенә баҫым яһаны. Халыҡҡа, балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса аңлатыу эштәре алып барырға, яҙғы ташҡынға етди иғтибар бирергә кәңәш итте.

Һәр доклад ентекле тыңланғандан һуң комиссия яҙғы ташҡынды бер ниндәй хәүеф-хәтәрһеҙ генә үткәреп ебәреү өсөн план раҫланы. Бының өсөн авария бригадалары төҙөргә, инструктаж үткәрергә кәрәклеге билдәләнде. Һыу ташыу ҡурҡынысы булған төбәктәрҙә дежур итеүсе кешеләр ҡуйырға кәрәклеге тураһында ла әйтелде.

Ташҡын осоро ваҡытында Тимербай, Урта Бабалар, Яңы Ҡалта, Яҡут ауылдарының магазиндарын бер аҙналыҡ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, Бахмут, Керәүле-Илюшкин, Иҫке Отрада мәктәптәре уҡыусыларын туҡландырыу өсөн дә етерлек аҙыҡ-түлек запасы булдырыу кәрәклеге лә онотолманы. Һыу ташыу хәүефе янаған ауылдарҙа йәшәгән ауырлы ҡатындар тураһында ла оноторға ярамай икәнлеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Ошондай һыу баҫыу менән бәйле хәлдәр йәмле яҙ кәйефтәрен әҙерәк боҙоп ебәрә, әлбиттә. Шуға күрә, был хәүефтән ҙур зыян күрмәҫ өсөн барыбыҙға ла әҙер торорға кәрәк икәнлеген оноторға ярамай. Бының өсөн хәүеф янаған ауылдарҙа йәшәгән халыҡ кәрәкле әйберҙәрен, документтарын төйнәп әҙер торорға ла бурыслы. Шулай уҡ боҙға сыҡмаҫҡа, машиналарҙы йылға, быуаларға яҡын-тирәлә ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә. Бурҙан ҡала, уттан-һыуҙан ҡалмай, тиҙәр халыҡта. Шуны онотмайыҡ.
Читайте нас: