Ниһайәт, районда ла сүп-сар ташыу эше яйға һалына башланы, буғай. Алдан яҙғаныбыҙса, һәр бер ауыл советына район 2-шәр контейнер алырға ярҙам итте. Шулай уҡ силсәүиттәр үҙҙәренең көсө менән 1-шәр контейнер алған.
Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев белдереүенсә, барлыҡ контейнерҙар ҙа урынлаштырылып бөткән. Ошо көндәрҙә сүп ташыусылар Бахмут, Зәк-Ишмәт, Таймаҫ, Илкәнәй, Керәүле-Илюшкин, Шәбағыш ауыл советына кергән ауылдарға килгәндәр һәм сүп-сарҙы алып киткәндәр. Ҡайҙа әле контейнерҙар ҡуйылмаған, унда йәшәүселәр үҙҙәренең ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тоҡтарға тейәп ебәрә.
Бер-ике ауыл советы хакимиәтенә шылтыратып, был эштең барышы тураһында белештек. Зәк-ишмәттәр белдереүенсә, улар 3 контейнерҙы Зәк-Ишмәт ауылына урынлаштырғандар. Керәүлеләр ҙә барлыҡ 3 контейнерҙарын Керәүле-Илюшкин ауылы урамдарына ултыртҡандар. Ә башҡа ауылдарҙа иһә сүп-сар тейәлгән тоҡтарҙы ҡуйып торор өсөн урындар әҙерләнгән. «Ҡайһы ауылға юл бар, шул ауылдарҙың барыһында ла сүп ташыусы машина булды», - тип хәбәр итәләр силсәүит хеҙмәткәрҙәре.