Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
29 Марта 2019, 12:56

Кластерға эләктек тә ул…

Районыбыҙҙың иң көньяҡ сигендә урынлашҡан Яҡут күлен кемдәр генә белмәй хәҙер. Бик шифалы ул. Уның батҡағында дауаланыу өсөн әллә ҡайҙарҙан киләләр.

Районыбыҙҙың иң көньяҡ сигендә урынлашҡан Яҡут күлен кемдәр генә белмәй хәҙер. Бик шифалы ул. Уның батҡағында дауаланыу өсөн әллә ҡайҙарҙан киләләр. Кисә генә Күмертау ҡала үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыу үткәргән күренекле әҙибәбеҙ Лира Яҡшыбаева, хәҙергә был күлгә түләтмәйҙәр, тип яҙғайны. Яҙыусының был һүҙҙәре һағайтты. Хәйер, уға былай тип яуап та яҙғандар: «Бынан 10 йыл элек кеше башына 100 һум ине. Халыҡ төрлө өлкәләрҙән килә (машиналарындағы номерҙарға ҡарағанда), палаткалар ҡороп, самауырҙар ҡуйып, ҡуна яталар. Тик бер ниндәй сервис юҡ. Ярҙарында тайып йығылырға мөмкин. Шифалы батҡаҡтан сыҡҡас, һалҡын душта ҡойоноп, һалҡын тейҙереүең дә бар. Сит илдә булһа, күптән билдәле курорт итерҙәр ине. 4-5 тапҡыр булдым, бик шифалы».

Ҡалай булһа ла, ана нисек популяр бит беҙҙең күл. Теге туризм кластерына эләктек бит, бәлки, берәй файҙаһы булыр ҙа, Яҡут күлендә бынамын тигән сервис барлыҡҡа килер. Тик ул саҡта аҡсаһын да ҡайырып ала башларҙар инде. Хужаһының да әллә кем булыуы бар…
Читайте нас: