Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
5 Апреля 2019, 13:31

«Кисә килделәр, ә бөгөн тулы»

Сүп-сар реформаһы дауам итә. Яңы Мораптал ауылының да яҙғы пейзажының фотоһын төшөрөп ебәргәндәр «Юшатыр»ға.

Сүп-сар реформаһы дауам итә. Яңы Мораптал ауылының да яҙғы пейзажының фотоһын төшөрөп ебәргәндәр «Юшатыр»ға.

Машиналар һәр ауылға график менән йөрөй башланы, морапталдарҙың сүбе әллә үтә ныҡ күп булған, әллә уларға тигән машина ҡайҙалыр аҙашып йөрөй. Бына нисек аңлаталар улар был хәлде.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА, Яңы Мораптал:

- Кисә генә алып киттеләр, ә бөгөн туп-тулы. Ҡасан тағы алып киткәнсе ул сүпте ҡайҙа ҡуялар инде? Тирә-яғына баррикада итеп өйәләрме? Йышыраҡ килһәләр, яҡшыраҡ булыр ине.

Гуля ШӘМСЕТДИНОВА:

- Айына бер генә алып китәләр, тинеләр.

Морапталдарҙың һорауҙарын район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаевҡа бирҙек:

- Мораптал буйынса әлегә 3 сүп-сар контейнеры ҡуйылды. Ауыл ҙур, шуға күрә бында күберәк контейнерҙар кәрәк. Контейнерҙарға заказ биргәнбеҙ, тиҙҙән әҙер буласаҡ. Сүп ташыусыларҙың да айына бер генә тапҡыр килеүе етеңкерәмәй, әлбиттә. Был мәсьәләне яйға һалырға, хәл итергә тырышабыҙ. Барыһы ла аҡса менән бәйле. Улар күберәк килһә, айлыҡ түләү хаҡы ла юғары буласаҡ.
Читайте нас: