Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
5 Апреля 2019, 13:34

Әллә яҙғанды ғына көтөп торалар...

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа Күмертау ҡалаһынан тағы ялыу яҙғандар.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа Күмертау ҡалаһынан тағы ялыу яҙғандар.

- Радий Фәрит улы, минең һеҙгә шундай һорауым бар: ни өсөн Күмертауҙа сүп-сарҙы ташымайҙар ул? Төбәк операторына күскәне бирле ошондай хәл күҙәтелә. Контейнерҙар майҙансыҡтары көнкүреш ҡалдыҡтары менән күмелеп ултыра. Бигерәк тә, контейнерҙарға һыймаған ҙурыраҡ әйберҙәр төрлө ерҙә туҙышып ята. Ҡояш ҡыҙҙыра, тирә-яҡ ҡарҙан әрселә, тиҙҙән был сүп-сар арҡаһында йорт алдарынан үтерлек тә булмаясаҡ. Ниндәйҙер сүп-сар колапсы. Бөтә ҡала буйынса шундай уҡ хәл. Миҫал өсөн К. Маркс урамындағы 10-сы йорт янындағы күренештең фотоһын һалам. Был мәсьәләне хәл итеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ, - тип яҙа интернет селтәрендә Әлфиә Кейекбаева.

- Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары көн дә график буйынса башҡарыла. 2 апрелгә ҡарата сүп-сар сығарылған, - тип яуап бирә был һорауға ҡала хужалығы бүлеге начальнигы Вероника Исковских.

Ысынлап та, күҙ булғас, ҡала буйлап йөрөгән саҡта ҡый түгә торған контейнерҙарҙың тулы булыуын, ә уның тирә-яғында төрлө сүп-сарҙың ерҙә таралып ятыуын күп тапҡырҙар күрергә тура килә. Ҡыҙыҡ, сүп йыйыусылар әллә Радий Хәбировҡа яҙғанды ғына көтөп торалар...
Читайте нас: