Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
9 Апреля 2019, 13:36

Үгеҙ юҡ...

- Тиҙҙән көтөү сыға, малҡайҙарҙың йәшел үлән, тип әле үк башы әйләнә башланы.

- Тиҙҙән көтөү сыға, малҡайҙарҙың йәшел үлән, тип әле үк башы әйләнә башланы. Һыйыр - ҡатын-ҡыҙ затынан, һәр ҡатындыҡы һымаҡ уның да проблемалары етерлек. Бына, мәҫәлән, үгеҙ проблемаһы. Элек рәхәт ине, һыйырҙың теләге барлыҡҡа килдеме, фермаға алып барҙың да ҡасырҙың. Һыйыр ҙа ҡәнәғәт, хужа ла ҡәнәғәт. Әле колхоз булмағас, ауылда һыйырҙың күңелен кем күрә? Осраҡлы ғына осраған үгеҙ йораты күрә. Ошоноң арҡаһында нәҫел боҙола. Йәки күңелен береһе лә күрмәй, ә танаҡай теләгән мәлен ике тапҡыр бушҡа үткәрҙе икән, өсөнсөгә уның теләге булмай — үгеҙ булды ни уға артабан, булманы ни, был донъяла ирҙәр юҡ икән, тип йәшәй бирә... Йә булмаһа, ни алтара, ни полтара үгеҙҙән ҡасһа ла, ауыл һыйырҙары оҙаҡламай кәзә кәүҙәле генә булып ҡаласаҡ. Йәки үҙенең туған ир затынан ҡасып, сирле, алама нәҫел тыуҙыра (инцест). Әле былай ҙа бар ауыл малдары туғанлашып бөтөп бара - һыйырҙарҙы ҡараған нәҫел үгеҙе юҡ. Яһалма ҡасырыу ҙа юҡ, - тип шылтыраталар беҙгә.

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булған был сетерекле һорауға яуап эҙләп ҡараныҡ. Был һорауға күптәр: «Әле көтөү буйынса сходтар булманы, үгеҙ менән бәйле мәсьәләне сходта хәл итәсәкбеҙ», - тигән яуап ҡайтарҙы. Шуға күрә сходтар үткәс, үгеҙ менән бәйле проблеманы ҡайҙа, нисек хәл итеүҙәренә әйләнеп ҡайтырға ла тура килер.

Рәүеф НАМАҘҒОЛОВ, Көйөргәҙе районының мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры:

- Был мәсьәләне һәр ауыл советы үҙе хәл итә. Мәҫәлән, Киров исемендәге хужалыҡ ауыл көтөүе өсөн айырым үгеҙ тота. Ҡайһы ауылда шәхси эшҡыуарҙар, фермерҙар бар, улар менән һөйләшеп, көтөүгә үгеҙ ебәрәләр. Ҡайҙалыр халыҡ араһынан берәйһе үгеҙ тота. Иң яҡшыһы, әлбиттә, яһалма ҡасырыу. Яһалма ҡасырыу өсөн һәр кеше ветстанцияға мөрәжәғәт итә ала.

Алексей ШАНГАРЕЕВ, ветстанцияның мал табибы:

- Һыйырҙарын яһалма ҡасырырға теләүселәр ветстанцияға шылтырата ала. Әлбиттә, был хеҙмәт түләүле буласаҡ. Бер һыйырҙы яһалма ҡасырыу 900 һум тирәһе тора. Әгәр ветеринар кәрәкле ауылға ветстанция машинаһында юлға сыға икән, һәр километр өсөн 13 һум түләргә тура киләсәк. Башҡа төрлө һорауҙарҙың барыһына ла яуаптарҙы беҙгә шылтыратып белә алалар.

Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Һуңғы йылдарҙа үгеҙҙәр булмауы проблемаһы йәшәп килә. Ауыл халҡының күбеһе хәҙер яһалма ҡасырыуға күсеп бөтөп бара тиһәң дә була. Әлбиттә, был ысул өсөн аҡса түләргә тура килә. Һәр ауылда хәл төрлөсә. Ҡайһы бер ауылдарҙа үгеҙҙәрен көтөүгә сығаралар ҙа, көтөү көтөүҙән азат ителгән хужалар бар. Был проблема һәр ауыл йыйылышында күмәкләп хәл ителә. Быйылғы йылда көтөүлек һәм мал менән бәйле һорауҙар буйынса сходтарға йыйылманыҡ әле.

Рал ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВ, Зәк-Ишмәт ауылы старостаһы:

- Ауылда йүнле үгеҙ юҡ шул. Был беҙҙең иң ауыр мәсьәләләребеҙең береһе булып тора. Ошо тема буйынса йыл да һөйләшәбеҙ, әммә ауыл халҡы менән бер нисек тә дөйөм фекергә килә алмайбыҙ. Староста булараҡ, үҙебеҙҙең фермерҙар менән дә һөйләшеп ҡараным. Әлбиттә, ҡыҫыр ҡалған һыйыр юҡ. Бәләкәй генә булһа ла, үгеҙҙәр бар көтөүҙә. Әммә ышаныслы түгел шул. Шулай ҙа нәҫел үгеҙе булһа, быҙауҙары ла эрерәк булыр ине. Көтөүен көтмәһен ине, ризабыҙ, ауылда берәү үгеҙ тотһон ине, тип тә әйтеп ҡарайбыҙ. Ҡолаҡ һалған кеше юҡ әлегә.
Читайте нас: