Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
12 Апреля 2019, 15:05

Юлдар, юлдар...

Республика юлдарындағы соҡор-саҡырҙар 15 июнгә хәтлем бөтөрөлөргә тейеш. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе оператив кәңәшмәлә.

Республика юлдарындағы соҡор-саҡырҙар 15 июнгә хәтлем бөтөрөлөргә тейеш. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе оператив кәңәшмәлә.

Юлдарҙың торошо тураһында БР транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов отчет тотто. Уның һүҙҙәре буйынса, республикала көн дә автоюлдарҙы тикшереп сығалар.

Интерактив карта ярҙамында кешеләр юлда осраған соҡорҙо фотоға төшөрөп, картала билдәләп ҡуя ала. Заявка килгәс тә, юлдағы был дефект 3 көн эсендә, ә иң ҡурҡыныстары (60х12 см размерлы һәм 5 см тәрәнлектәге) 1 тәүлек эсендә үк бөтөрөлөргә тейеш буласаҡ.

Тимур Мөхәмәтйәнов былтыр Башҡортостанда 272 мең квадарт метр соҡор бөтөрөлдө, тип хәбәр итә. Интерактив карта ярҙамында соҡор ремонтлауҙың күләме 2 тапҡырға артыуы, йәғни 500 мең квадрат метрҙан ашып китеүен күҙаллай ул.

Ошо көндәрҙә юлдарҙағы соҡор-саҡырҙар хаҡында хәбәр итеү өсөн мобиль ҡушымта әҙер булды. Хәҙер юлда күргән һәр соҡорҙо фотоға төшөрөп ебәреү өсөн смартфондарға мобиль ҡушымтаны ҡуйып алырға ғына кәрәк буласаҡ. Соҡорҙар беҙҙә етәрлек, әлбиттә. Нисек иҫәпләгәндәрҙер, әммә Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, республика буйынса барлығы 505 983 соҡор-саҡыр барлығы билдәле булды.

Ҡар менән бергә асфальт та ирей, тип шаяртырға ярата беҙҙең халыҡ. Ысынлап та, ҡар иреп бөттө инде, хәҙер тигеҙ асфальт буйлап ҡына елдерәсәкбеҙ, тип ҡыуанырға ла өлгөрмәйһең, машина тәгәрмәстәре асфальттың соҡор-саҡырҙарын һанай ҙа башлай. Был өлкәлә районда һәм ҡалала хәлдәр нисек икән? Уныһын да белешеп ҡараныҡ.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев: «Был программа буйынса эште башлап та ебәрҙек. Әле 10 соҡор тураһында мәғлүмәт килде. Уларҙың 6-һы Ермолаево юлдары буйынса. Был соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау эше бара. Ауыл араларындағы юлдар буйынса килгән заявканың 4-һен шунда уҡ эшләп тә ҡуйҙылар. Район буйынса күпме соҡор-саҡыр бар икәнен теүәл генә билдәләп булмай, әлбиттә. Бөгөн булмаған соҡор, иртәгәһенә килеп сығырға мөмкин. Шулай уҡ ҡырсын юлдарҙы тәртипкә килтереү эштәре лә башҡарыла», - тине.

Иң ҡурҡыныс юлдар, иң күп соҡор-саҡырҙар Күмертауҙа икәнен беләбеҙ. Был турала беҙҙең ҡалала бер генә тапҡыр булып киткән һәр кеше әйтер, моғайын. Интернетты асһаң да, Күмертау юлдарын гел «маҡтап» телгә алалар.

«20 апрелдән юл хеҙмәткәрҙәре автомобиль юлдарын ремонтлай башлаясаҡ», - тип белдерә ҡала етәкселеге интернет селтәрендә. Түбәндә 2019 йылда автоюлдарға капиталь ремонт башҡарылыуҙың исемлеге лә бирелә. Күмертауҙа соҡор-саҡырҙар картаһы буйынса ниндәй яңылыҡтар бар, әлеге көндә нисә заявка ҡабул иттеләр икәне хаҡында белешергә тырышып ҡараныҡ. Әммә ҡала хужалығы бүлеге белгестәре: «Был һорауға яуап бирә алмайбыҙ, етәксегә шылтыратығыҙ», - тинеләр. Тик бер нисә көн буйы шылтыратып та, етәкселәрен урынында тота алманыҡ.

Район һәм ҡала халҡын асфальт юлдар һәм уларҙың һикәлтәле булыуы ғына түгел, шулай уҡ балсыҡлы юлдар ҙа борсоуға һала. Асфальттың тишектәрен ямарҙар ҙа ул, ә бына бутҡаһы әйләнеп ятҡан юлдарҙан машиналар осоп ҡына сыға алмаҫ шул. Бындай юлдарҙа, хатта, йәйәүлеләр ҙә ыҙа сигә. Уларҙың яҙмыштары ҡасан яҡшы яҡҡа үҙгәрер икән?..
Читайте нас: