Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
19 Апреля 2019, 15:14

Тыуып өлгөрмәгән бала

Сүп операторҙары тиҙҙән үҙ эшен туҡтатыуы ихтимал — сүбен түккән өсөн халыҡ аҡса түләмәй. Ә тегеләр аҡсаһыҙ нисек йәшәһен? Ҡоро рәхмәт өсөн эшләй алмайҙар, әлбиттә.

Сүп операторҙары тиҙҙән үҙ эшен туҡтатыуы ихтимал — сүбен түккән өсөн халыҡ аҡса түләмәй. Ә тегеләр аҡсаһыҙ нисек йәшәһен? Ҡоро рәхмәт өсөн эшләй алмайҙар, әлбиттә.

Ҡый өсөн әле илдәге халыҡтың 50,3%-ы ғына түләй икән, бигерәк тә, Дағстан, Һамар, Ҡабарҙы-Балҡар, Алтай, Пермь яҡтары насар түләй. Алама исемлеккә Башҡортостан эләкмәгән, аҡса яғынан беҙҙең хәлдәр башҡаларҙан шәберәктер, күрәһең: Өфөлә 70% халыҡ түләй, ә райондарҙа — 40%.

Тик бына сүбебеҙ уғата артып китте, ташып та өлгөрә алмайҙар. Отрада, Морапталда хәлдәр насар, тип яҙҙыҡ. Башҡа ерҙә лә: «Айына бер килеп китеү етмәй, машинаны тейәп ебәрәһең, икенсе көнөнә үк контейнерҙар тулы тора», - тип зарланалар. «Апрель-май айҙарында аҙнаһына бер килһендәр, сүптең күп мәле бит, аҙаҡ һирәгерәк килерҙәр», - тигән бер тәҡдим дә яңғыраны яңыраҡ. «Был осраҡта түләү ҙә артасаҡ бит», - тигәс, идеяны тәҡдим итеүсе шунда уҡ һыуынды.

Ауылдарҙағы сүптән ҡотолоу юлы булмаһа, Күмертауҙа ла шул уҡ бәлә. Ҡыҫҡаһы, йә тегеләй, йә былай түгел был сүп проблемаһы.

Тағы шуныһы мәғлүм булды: сүп ташыусы операторҙарҙы прокуратура тикшерә башлаясаҡ икән. Аптырағандан шулай итергә булғандар, сөнки ялыуҙар ныҡ күп, интернет селтәре лә сүп өйөмөнә күмелгән урам-ихаталар фотолары менән тулды. Береһе лә сүп реформаһына әҙер булмай сыҡты. «Тыуып өлгөрмәгән баланы» күмеүебеҙ бар, тип белдерҙе был реформа хаҡында Росприроднадзор. Ныҡлап тикшерһәк, барлыҡ операторҙарҙы ябып бөтөргә кәрәк буласаҡ, бар ил сүпкә батасаҡ, тип тә хафа белдерәләр улар. Эш нимә менән барып бөтөр инде?

Кеше үтә ныҡ мыжығас, халыҡ контроле тигән төркөм Күмертау буйлап сәфәргә сыҡҡан. «Сүп реформаһы ысынлап та беҙҙә насар барамы ни?», - тигән һорауға яуап эҙләгәндәр улар һәм матур һығымтаға килгәндәр: беҙҙә барыһы ла һәйбәт, операторҙар сүпте йәһәт кенә алып китә. Тик төҙөлөш материалдары ҡалдыҡтары менән хәлдәр хөрт — уныһы сүп ташыусыларға кәрәкмәй. Ә кеше кирбес, тәҙрә рамы-фәләнде ҡайҙа ҡуйһын? Элекке ғәҙәт буйынса сығара ла өйә. Тик артабан былай булмай, иптәштәр, нимәнелер боҙҙоғоҙ, нимәлер төҙөнөгөҙ ҙә артыҡ-бортоҡ нәмәгеҙ ҡалды икән, рәхим итеп, өҫтәмә машина яллағыҙ ҙа теләһә ҡайҙа илтегеҙ... Шулай итеп, сүп реформаһы менән, йәғни юғарыла әйтелгәнсә «тыуып өлгөрмәгән бала» менән бәйле проблемалар артабан да дауам итә әле.
Читайте нас: