Ҡар иреп бөттө һәм ҡыш буйы кәртәлә торған малды йәйләүгә сығарыу ваҡыты ла етте. Мал аҫрау өсөн көтөү осоро айырыуса әһәмиәтле һәм яуаплы. Элек-электән ауылда көтөүселәрҙең абруйы ҙур булған, әммә хәҙер был эшкә тотонорға күптәр йөрьәт итмәй. Бары тик тырыштар һәм түҙемдәр генә үҙенә шундай ҙур бурысты алырға батырсылыҡ итәлер, моғайын. Шулай итеп, йәшел үләнгә аяҡ баҫыу менән ауыл халҡы алдына ҡайҙан көтөүсе табырға тигән һорау килеп баҫа. Быйыл хатта социаль селтәрҙә, тегендә-бында көтөүсе талап ителә, тигән иғландар күренде. Беҙҙең гәзиттә лә көтөүсе эҙләйбеҙ, тигән иғлан сыҡты. Көтөүсе булһа, ауыл халҡы йәй буйы түләргә риза. Тик күп ерҙә береһе лә мал артынан сабырға теләмәй. Ҡайһы саҡ көтөүсене ситтән, икенсе райондарҙан да саҡыралар. Сиратлап көткән осраҡта мөмкинлектәре булмағандар барыбер кеше яллап көттөрә. Тик ялларға кеше табыуы ла ҡыйын, һәр кем ризалашып бармай.
Яҡшымбәт ауыл советына ҡараған 12 ауылдың өсәүһендә көтөүсе яллағандар, ә башҡа ауылдарҙа сиратлап көтәләр. Ҡотлоюл ауылында бер баш мал өсөн көтөүсегә айына 325 һум, Түбәнге Бабаларҙа 300 һум, ә Яҡшымбәттә 320 һум түләйҙәр икән. Башҡа туғыҙ ауылда көтөүҙе халыҡ, мал һанына ҡарап, сиратлап көтә, көтөү көтөргә сыға алмаһа, бүтән кешене яллай. Яллаған кешегә бер көнлөк эш хаҡы – 1000 һум тирәһе түләйҙәр. Таймаҫ ауыл советының барлыҡ ауылдарында ла сиратлап көтәләр, яллаған өсөн яҡынса бында ла көнөнә 1 мең һум тирәһе китә. Илкәнәй ауыл советына ҡараған ауылдарҙа ла көтөүсе юҡ, халыҡ үҙҙәре көтә. Был ауылда ла берәйһен яллаһаң, көнөнә 1 мең йә 1200 тирәһе тиҙәр. Мәҫәлән, биш баш мал тотһаң, бер көткәндә 5-6 мең түләргә, ә көтөү йылына кәмендә ике тапҡыр килеп етә. Бесәнен саптырған, йыйҙырған, алып килгән өсөн дә аҡса күп китә, шуға мал аҫрау ныҡ ҡиммәткә төшә, тип әйтеүселәр ҙә байтаҡ бында. Отрада ауыл советына ҡараған ауылдарҙа ла нисә йыл инде көтөүҙе сиратлап көтәләр икән, мал һаны аҙ булыу сәбәпле, бында көтөүсе яллауҙан фәтеүә юҡ, тиҙәр. Холодный Ключ ауылында көтөүсе яллағандар, көтөүсе айына бер баш малға 500 һум һорай, кемдәр теләй үҙ сиратында үҙҙәре көтә. Шәбағыш менән Ҡансыра ауылдарында көтөү сиратлап көтөлә, кемдәрҙең мөмкинлеге юҡ, шулар яллаған кешегә былтыр көнөнә 700 һум түләгән булғандар, ә быйылға әле билдәһеҙ, сөнки әлегә барыһы ла үҙҙәре көтөп килә икән. Ленин ауыл советына ҡараған Мәмбәтҡол ауылында сиратлап көтһәләр, Бальзала көтөүсе яллағандар. Бер баш мал өсөн көтөүсегә айына 500 һум түләйҙәр һәм көҙ көнө баш һайын берәр биҙрә кәртүф бирәсәктәр. Зәк-Ишмәттә сиратлап көтәләр, әгәр яллаһалар, хаҡын урында һөйләшәләр. Көтөүсене ашатһалар, хаҡ аҙыраҡ була, әгәр өйөндә ашаһа, аҡсаһын хужа күберәк түләй. Керәүле-Илюшкин, Бахмут, Свобода ауыл советына ҡараған ауылдарҙа ла һәр кем үҙенең малы өсөн үҙе көтә, кемдәр яллай, шулар көнөнә бер мең һум түләй. Яңы Мораптал, Иҫке Мораптал, Яҡут, Аҡһары, Юшатыр ауылдарында көтөүсе бар. Хеҙмәт өсөн айына бер баш малға 400 һум, әгәр һыйыр быҙауын эйәртеп сыҡһа, өҫтәп тағы 200-шәр һум түләйҙәр. Ҡалта, Красный Маяк, Ҡыҙыл Маяҡта көтөү сиратлап көтөлә. Ә бына ауылдың бар көтөүе өсөн билдәләнгән яуаплы кешегә һәм үгеҙ хужаларына ташламалар ҙа ҡаралған.
Көтөү яллаһағыҙ ҙа, үҙегеҙ сиратлап көтһәгеҙ ҙә, иң мөһиме малдарығыҙ имен, һәр саҡ туҡ булһын, күп һөт һәм артым бирһен, юғалмай көҙгә тиклем йөрөһөн.