Все новости
Көнүҙәк мәсьәлә
13 Мая 2019, 12:32

Булғанды ҡулланабыҙмы?

Башҡортостан хәҙерге көндә, күрше Ырымбур өлкәһе менән бер рәттән, янғындар сығыу һаны буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙы биләй. - Был насар, һығымта яһарға кәрәк. Янғынға ҡаршы көрәштә беҙ еңелдек. Саралар күреү мөһим, - тине БР башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Башҡортостан хәҙерге көндә, күрше Ырымбур өлкәһе менән бер рәттән, янғындар сығыу һаны буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙы биләй.

- Был насар, һығымта яһарға кәрәк. Янғынға ҡаршы көрәштә беҙ еңелдек. Саралар күреү мөһим, - тине БР башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып, республикала 276 гектарға яҡын ерҙә 36 тәбиғи янғын сыҡҡан, был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 32 янғынға күберәк. Барлығы 7400 гектар ҡоро үлән, 800 гектар урман янған. Көйөргәҙе районы биләмәләрендә лә янғындар һаны артты. Уларҙың күбеһе ҡоро үләнгә ут төртөү арҡаһында сыға. Дөрөҫөн әйткәндә, бында кеше факторы беренсе урында, янғындарҙың төп сәбәпсеһе булып иң беренсе сиратта кеше үҙе тора. Бындай күңелһеҙ хәлдәрҙе кәметеү өсөн былтыр, октябрь айында, Илкәнәй, Отрада, Ермолаево силсәүиттәренә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәр береһе 450 мең һум торған тағылма-цистерналар бүлгәйне. Улар хәҙерге көндә ниндәй хәл-торошта икән, янғын сыға ҡалһа, силсәүиттәрҙең уларҙы тейешле урынға тағып алып барырға тракторы йә машинаһы бармы? Ошо һорау менән беҙ был ауыл хакимиәттәренә сыҡтыҡ һәм уларҙан түбәндәге яуаптарҙы алдыҡ.

Марина БУКРЕЕВА,

Ермолаево ауыл советының эштәр идарасыһы:

- Тағылма-цистерна, һыу менән тултырылып, әҙерлек һыҙығында тора. Әгәр янғын-фәлән сыға ҡалһа, беҙ уны һис шикһеҙ үҙебеҙҙең техникаға тағып, утты һүндереүҙә ҡуллана аласаҡбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡулланырға яҙмаһын, янғындар булмаһын. Ә шулай ҙа тағылма-цистернабыҙ әҙер килеш тора. Уны тағып, янғын урынына алып барыу өсөн силсәүиттә өҫтөнә яуаплылыҡ йөкмәтелгән кешебеҙ ҙә бар. Ул - силсәүиттең МТЗ -82 тракторы тракторсыһы.

Галина МАЙОРОВА,

Отрада ауыл хакимиәте башлығы:

- Тағылма-цистернаны һыу тултырып әҙерләп ҡуйҙыҡ. Төҙөклөгөн дә тикшереп торабыҙ. Ләкин уны тағып тейешле урынға алып барырға силсәүиттең үҙ тракторы юҡ. Был беҙҙең өсөн ысын-ысындан баш ауыртыуы. Хөкүмәт был тағылма-цистерналарҙы бүлгән ваҡытта уларҙы нисек файҙаланыу шарттары хаҡында ныҡлап уйлап еткермәгән. Аптырағас, «А-7 Агро-БР» хужалығынан йәмәғәт башланғысында бер тракторсыны тәғәйенләп ҡуйған булғайныҡ. Баҡты иһәң, был хужалыҡтың бар техникаһы ГЛОНАСС менән бәйле икән. Шуға күрә әле Көйөргәҙе районы хакимиәте «А-7 Агро-БР» хужалығы хакимиәтенә был йәһәттән ярҙам күрһәтеүҙе һорап хат ебәрҙе. Яуап көтәбеҙ, нисек булыр. Юғиһә, Өфөнән барып алып ҡайтҡан 450 мең һумлыҡ цистернаның бушҡа әрәм булып ултырыуы ла бар.

Тимур ИҘРИСОВ,

Илкәнәй ауыл хакимиәте башлығы:

- Шундай тағылма-цистерна биргәндәре өсөн Хөкүмәткә рәхмәт, әлбиттә. Ул, һыу тултырылып, әҙер килеш тора. Тик уны тағып, ут сыҡҡан урынға һөйрәтеп алып барырға, дөрөҫөн әйткәндә, силсәүиттең тракторы юҡ. Шуға күрә фермерҙар менән һөйләшеп, бер тракторсыға йөкмәткән булдыҡ та ул. Формаль рәүештә. Тик ул көнө буйы эштә, ә ут күберәген төнлә сыға. Эштән арып ҡайтҡан кешене йоҡоһонан уятып сығарғансы әллә күпме ваҡыт үтә. Ә бит янғын сыҡҡанда һәр минут ҡәҙерле. Унан ҡала, әгәр шул тракторсы янғын һүндергән ваҡытта берәй ерен имгәтһен йә һындырһын - уны дауалап, аяҡҡа баҫтырыу өсөн силсәүит яуаплы. Әгәр бындай шарттарҙа үлеп ҡалһа (Аллам һаҡлаһын), уның ғаилә ағзаларын ғүмерҙәренең һуңғы көндәренә, сәғәттәренә тиклем шулай уҡ силсәүит ҡарарға бурыслы. Бына шундай юридик яҡтары ла етерлек уның. Һәр эштең үҙ оҫтаһы, яуаплы кешеһе була. Ут һүндереү өсөн янғын һағында тороусы кешеләребеҙ бар. Ә беҙҙә был яуаплылыҡты силсәүиттәр өҫтөнә һалырға тырышалар. Ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ, әлбиттә, тик беҙҙә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ныҡлап уйламайынса хәл итергә ашығалар. Нишләп шунда цистернаһына тракторын да ҡушып бирмәҫкә? Ул ваҡытта фермерҙарға йә башҡаларға инәлеп тә йөрөмәҫ инек. Артабан нимә эшләргә уйлайһығыҙ, тиһегеҙме? ППМИ-ла ҡатнашып силсәүиткә трактор алырға планлаштырабыҙ.
Читайте нас: